Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Бирешмә” исемле беренсе башҡорт сериалын, моғайын, күптәр ҡарағаны барҙыр. Төп геройҙар Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә, Данир сериалда ғына төшөп ҡалманы, артабан “Бирешмә” төркөмө булдырып, балалар менән социаль селтәрҙәр аша тығыҙ аралашып, яңынан-яңы проекттар уйлап табып, тапшырыу, концерт, акция форматында изге эштәр атҡарыуҙарын дауам итәләр.
“Бирешмә” беренсе үҫмерҙәр премияһы көслө рухлы, тәүәккәл, маҡсатлы, һәләтле, белемле үҫмерҙәргә хөрмәт күрһәтеү, уларҙы баһалау, тиҫтерҙәренә өлгө итеп ҡуйыу, яңы үрҙәргә дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уға фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, үҙ һүҙен әйткән, башҡорт телендә ижад иткән, батырлыҡ күрһәткән 8 йәштән 18 йәшкә тиклемге һәр үҫмер дәғүә итә ала.
Байназар мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Зилиә Буранбаева “Бирешмә” премияһындағы 7 номинация араһындағы “Бирешмә! Медиадонъяны яула” номинацияһында еңеү яуланы. Еңеүселәрҙе 7 апрелдә «Бирешмә!» төркөмөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән ҙур концертында бүләкләнеләр. Жюри хөкөмөнә килгән 137 эштең ни бары 7-һе генә еңеүгә лайыҡ булған.
Зилиә - “Аманат” журналының һәм “Йәншишмә” гәзитенең “Йәш хәбәрсеһе”, бик күп конкурстар, шул иҫәптән “Ҡош юлы” бард-фестиваленең шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе.
- Ошондай яҡты, матур һәм сағыу байрамда булып ҡайтыуыма, яҡшы ҡыҙҙар һәм малайҙар менән яҡындан танышыуыма бик шатмын, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Зилиә.