Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 13:16

Йөҙ йыллыҡҡа - йөҙ ағас!

Монасиптар Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнап, ауыл эсенә, тау битенә 100 төп ағас ултыртмаҡсылар икән.

Монасиптар
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнап, ауыл эсенә, тау битенә 100 төп ағас ултыртмаҡсылар икән.
Иҫке Монасип ауылы старостаһы Рәжәп Ҡунафин Белоретта йәшәгәнендә лә тыуған ауылын онотманы – йә тюбинг эшләп, ауылдаштарына күңелле һәм файҙалы ял ойошторҙо, йә шишмәне кәртәләп, эргә-тирәһенә ағастар ултыртып (тәүҙә 300 төп, һуңынан 100 төп ағас ултыртҡан), кешеләргә ял итергә, байрамдар үткәрергә уңайлы майҙансыҡтар булдырҙы.
Ауыл уҙаманы бөгөн иһә ауылдашы, инициатор Рәмил Аллабирҙин менән бергә “100 йыллыҡҡа – 100 ағас” проектын бойомға ашырыу, монасиптарҙың матур һәм сауаплы башланғысына башҡа ауылдарҙы ла эйәртеү идеяһы менән янып йөрөй.
- Башҡорт бит элек бер төптән булып, ауыл өсөн файҙалы эштәрҙе өмәләр яһап атҡарған, ер-һыуына, урман-ҡырына битараф булмаған. Гел генә уйын-көлкө менән йәшәп булмай, тәғәйен, күҙгә күренер эш эшләр кәрәк. Шуға беҙ ауылдаштар менән ошо изге эшкә тотонорға, башҡаларға юл күрһәтергә булып киттек.
“Ағиҙел” урмансылығынан ағас үҫентеләре алыу хаҡында һөйләшкәнбеҙ. Гел ылыҫлы ағас булмаһын өсөн, урмандан үҙебеҙҙә үҫкән ағастарҙы алып ҡайтып ултыртырға ла уй бар. Мал тәләфләмәһен өсөн урамға ултыртылған үҫентеләр кәртәләнәсәк. Рәмил Аллабирҙин өмәгә сыҡҡан ауылдаштарына сәй табыны ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә ала. Был изге эшкә мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителәсәк. Депутаттар менән килешелгән. Кәртә өсөн таҡта бар, - ти Рәжәп ағай.
Изге, башҡаларға ҙур өлгө булырлыҡ эшкә тотонған монасиптар. Уларға эйәреүселәр, изгелек эшләүҙә ярышыусылар күп булһын!
А. Рәжәпова.
Читайте нас: