Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 11:21

Йәнә һанлы (цифралы) телевидение тураһында

Һанлы телевидение тураһында нимәләр белергә кәрәк? *Бөгөн Башҡортостан халҡы бушлай һәм юғары сифатта 20 федераль телеканал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әммә һанлы телевидениеға күсеүгә бөтә кеше лә әҙер түгел әле. Был айырыуса телесигналдарҙы тышҡы йәки бүлмә антенналары ярҙамында ҡабул итеүселәргә ҡағыла. Кабель, спутник, IP-телевидение ҡараусыларға иһә был

Һанлы телевидение тураһында нимәләр белергә кәрәк?
*Бөгөн Башҡортостан халҡы бушлай һәм юғары сифатта 20 федераль телеканал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әммә һанлы телевидениеға күсеүгә бөтә кеше лә әҙер түгел әле. Был айырыуса телесигналдарҙы тышҡы йәки бүлмә антенналары ярҙамында ҡабул итеүселәргә ҡағыла. Кабель, спутник, IP-телевидение ҡараусыларға иһә был хаҡта борсолмаҫҡа ла мөмкин.
*3 июндән федераль аналог каналдары бөгөнгө кеүек күрһәтмәй башлаясаҡ. Йәғни, мәҫәлән, “Рәсәй” йәки “НТВ” телеканалы урынына ҡара экран ғына сығасаҡ. Шуға күрә һанлы телевидениеға күсеүҙе бөгөндән үк хәл итергә кәрәк.
*Беҙҙең райондан Иҫке Собханғол, Байназар һәм өлөшләтә Ҡурғашлы, Яңы Собханғол ауылдары һанлы телевидение күрһәткән зонаға эләгә. Әгәр Беренсе каналдың өҫкө уң яғында “А” хәрефе тора икән: йә һеҙҙең телевизорығыҙ элекке аналог төрөнә ҡарай һәм һеҙгә һанлы приставка ҡуйырға кәрәк; йә һеҙ яңы телевизор менән ҡулланаһығыҙ, әммә ул һанлы сигналды ҡабул итеүгә көйләнмәгән – телевизорығыҙҙы яңынан көйләп алырға кәрәк.
*БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Байназар һәм уға яҡын ауылдар кешеләренә антеннаға иғтибар итергә кәрәк – әгәр метрлы тора икән, янына дециметрлыны ҡуйырға кәрәк. Йәки уны дециметрлы (20 федераль канал) һәм метрлы (БСТ) диапазондағы телесигналдарҙы бер үк ваҡытта ҡабул итеүсе бөтә тулҡынлы (всеволновая) антеннаға алыштырырға кәрәк.
*Һанлы телевидение хеҙмәттәре буйынса һорауҙар тыуһа, 8-800-220-20-02 номеры буйынса тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкин.
БСТ-ны ҡарау өсөн нимәләр талап ителә?
Беҙҙең районда ауылдарҙың төп өлөшө һанлы телевидение тотмаған зонаға эләгә. Был ауылдарҙа кабель йәки спутник телевидение ҡарарға мөмкин. Нәҡ ошондай ауылдар өсөн спутник телевидение операторҙары (НТВ+, “Телекарта” (“Орион Экспресс”) һәм МТС) ҡоролмаларға махсус ташламалар тәҡдим итә. Һәм иң мөһиме – ҡоролманы ҡуйғас, 20 каналдан бушлай пакет ҡуйып алырға мөмкин. Йәғни сығымдар бер тапҡыр ғына – спутник телевидениены һатып алыуға һәм ҡуйҙырыуға ғына талап ителә. Башҡортостан телевидениеһын ҡарарға яратыусылар иһә һанлы телевидениеға күскәндә БСТ-һыҙ тороп ҡалмаясаҡтар, әммә уларға антенналарҙы тармаҡландырғыс (разветвитель антенн) тураһында уйларға кәрәк. Ул саҡта федераль каналдар - приставка аша, БСТ телеантеннанан тура күрһәтәсәк. Спутник телевидениеға күскәндә иһә БСТ булған телеканалдар пакетына иғтибар итергә кәрәк.
Районыбыҙ ауылдарында һанлы телевидение буйынса эштәр нисек тора?
Ошо һорау менән 4 ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.
Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Лилиә Зәйнетдинова әйтеүенсә, биләмәлә 3 федераль социаль өҫтәмә алыусы, 35 аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән ғаризалар тапшырылған.
Байназар ауылында күптәр һанлы телевидениены ҡарай башлаған, Ҡурғашлы ауылында һанлы телевидение урыны-урыны менән генә күрһәтә. Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым ауылдарында спутник антенналарға 60 аҙ тәьмин ителгән, 28 федераль дәүләт ярҙамы алыусы ғаиләнән ғариза алынып, агентлыҡҡа ебәрелгән, антенналар ҡуйыла башлаған. “Һанлы телевидение өсөн үҙебеҙҙең ауылда ла приставкалар һатыла, шәхси эшҡыуар Әнүзә Ибраһимованың магазинынан һатып алырға мөмкин”, - ти ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Әлфир Йосопов.
Аҫҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Миңзәлә Харрасова әйтеүенсә, биләмәнән йәмғеһе 60 федераль социаль өҫтәмә алыусы, 52 аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән ғаризалар тапшырылған, Исламбай, Аҫҡар ауылдарында антенналар ҡуйыла башлаған.
«Ырғыҙлы ауыл биләмәһендә федераль социаль өҫтәмә алыусы - 29, аҙ тәьмин ителгән 26 ғаиләнән ғаризалар алынды, әлегә антенналар ҡуйыла башламаны», - ти хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Рәзилә Ғәҙелшина.
Приставкаларҙы, спутник ҡоролмалары комплекттарын район үҙәгендә ҡайһы магазиндарҙан һатып алырға мөмкин?
Иҫке Собханғол почта бүлексәһендә һанлы телевидение өсөн приставкалар - 999, шәхси эшҡыуар Илдар Ишморатовтың “Ағиҙел” магазинында - 990, Сергей Ильдиндың төҙөлөш магазинында 900-1500, Айҙар Яхиндың “Апрель” магазиндарында 990-1600 һумға тәҡдим ителә.
- Хаҡтарҙың төрлө булыуы приставкаларҙың моделдәренә, функцияларына бәйле. Мәҫәлән, хаҡтары түбәндәренең функциялары ла, кнопкалары ла әҙерәк, хаҡтары юғарылары тапшырыуҙарҙың нисә минут барғанын һәм тамамланыуға тиклем күпме ваҡыт ҡалғанын күрһәтә, уларҙың сәғәттәре лә бар, - тип аңлата һатыусылар.
Спутник ҡоролмалар комплекттарына килгәндә, уларҙы шул уҡ “Апрель” магазинында һатып алырға мөмкин.
- Беҙҙә “Триколор”, “Телекарта”, “МТС” ҡоролмаларын һатып алырға мөмкин. Хаҡтары, функцияларына, маркаларына ҡарап, 3,5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем. Беҙ ошо фирмаларҙың рәсми дилерҙары булараҡ, шулай уҡ иҫке ҡоролмаларҙы яңыһына алыштырып та бирәбеҙ, йәғни, кеше иҫке ҡоролмаһын килтереп, өҫтәп түләһә, яңы HD-ҡоролма ала, - ти “Апрель”дең етәкселеге.
“МТС” компанияһының райондағы вәкиле Рәмзил Иҫәнбаевта “МТС” ҡоролмалар комплектын 3990 һумға, шулай уҡ бүлеп түлеү юлы менән алырға мөмкин, ҡоролмаларҙы ҡуйыу – 500-1000 һум.
Эйе, һанлы телевидениеға күсеү күп кенә һорауҙар тыуҙыра. Яуаптарҙы бер мәҡәләлә генә биреп бөтөп булмай, гәзитебеҙҙең киләһе һандарында ла ошо юҫыҡта мәҡәләләр булыр.
БР Матбуғат һәм
киң мәғлүмәт саралары агентлығы мәғлүмәттәрен ҡулланып,
М. МЫРҘАҒОЛОВА әҙерләне.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Айҙар Әлибаковҡа бер-нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Бөгөнгө көндә районда нисә йортта тышҡы йәки бүлмә антеннаһы ярҙамында телесигналдар ҡабул итеүсе йорт иҫәпләнә?
- 298.
- Граждандар хакимиәткә һанлы телевидениеға күсеүгә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләрме? Әгәр мөрәжәғәт итәләр икән, ниндәй һорауҙар бирәләр?
- Эйе, мөрәжәғәт итәләр. Хәҙер һанлы телевидениеға нисек күсеү тураһында белешмәйҙәр, ә күпселек “мин аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһы буйынса пособие алам, тик исемлеккә инмәй ҡалғанмын”, тип киләләр. Ни өсөн улар исемлеккә эләкмәй ҡалған – сөнки уларға пособие быйыл ғына тәғәйенләнгән. Ундайҙарға ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ, ауыл биләмәһе хакимиәте белешмә алырға ярҙам итә һәм улар ҙа ярҙамға дәғүә итә ала.
- Районда аңлатыу эштәре нисек алып барыла?
- Аңлатыу эштәре үткән йылдың август айында уҡ башланды. Ауылдарҙа үткән отчет йыйылыштарында, сходтарҙа һөйләп йөрөнөк, волонтерҙар һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре лә аңлатыу эштәре алып бара.
- Районда нисә волонтер бар һәм улар нисек эшләйҙәр?
- 38 волонтер бар, улар һанлы телевидениға тоташтырырға ярҙам итәләр. 3-53-47 телефоны буйынса волонтерҙарҙы ярҙамға саҡырырға мөмкин.
- Кемдәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелде? Бөгөнгө көнгә балаға пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға күпме компенсация түләнгән? Ошо категорияларға ҡараған кешеләргә нисә спутник тәрилкәһе ҡуйылған?
- Дәүләт ярҙамына, һорауҙа телгә алынғанса, балаға пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был категорияларға ҡараусыларға, әгәр улар һанлы телевидение тотҡан урында йәшәһәләр, приставка өсөн 1000 һум компенсация түләнә, һанлы телевидение тотмаған зонала йәшәһәләр, бушлай спутник антенналары ҡуйыла. Бөгөнгө көнгә районда 147 спутник антеннаһы ҡуйылған, приставкаларға компенсация өсөн 15 ғариза бирелгән, ә күпме түләнгәне буйынса әлегә социаль ярҙам бүлегенән мәғлүмәттәр юҡ.
- Һанлы телевидениеға күсеү буйынса халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?
- Ауылдар буйлап күберәк йөрөргә, аңлатыу эштәрен киң йәйелдерергә тырышабыҙ.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт!
Читайте нас: