Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 13:20

"Көмөш сылбыр" экостаны

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы булған Һарғая ауылында “Көмөш сылбыр” экологик лагеры ойошторолдо. Был сара өсөнсө тапҡыр уҙғарылып, хәҙер инде матур йолаға әйләнде. Унда балалар менән өләсәйҙәр Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән танышып, ижади эштәр менән шөғөлләнеп, ял итеп ҡайта. Сара Рәшиҙә Ғиззәтуллина етәкләгән район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә уҙғарыла.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы булған Һарғая ауылында “Көмөш сылбыр” экологик лагеры ойошторолдо. Был сара өсөнсө тапҡыр уҙғарылып, хәҙер инде матур йолаға әйләнде. Унда балалар менән өләсәйҙәр Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән танышып, ижади эштәр менән шөғөлләнеп, ял итеп ҡайта. Сара Рәшиҙә Ғиззәтуллина етәкләгән район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә уҙғарыла.
Әбделмәмбәт һәм Иҫке Собханғол ауылдарынан экосараға килеүсе балаларҙы һәм өләсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡурсаулыҡ сигендә ҡаршы алды. Һәр ҡатнашыусы менән тейешле инструктаж үткәрелеп, ҡурсаулыҡта үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырғандан һуң, балалар менән өләсәйҙәргә “Башһырт” тарихи-геологик һуҡмағы буйлап экскурсия ойошторолдо.
“Башһырт” экоүҙәгендә ҡурсаулыҡтың эше һәм тормошо тураһында кино ҡарағандан һуң, ҡатнашыусылар тәмле аш менән һыйланды.
Төштән һуң эколагерь үҙ эшен дауам итте. Балалар Тәбиғәт музейында Ҡыҙыл китапҡа ингән һәм һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына сумды. Һүрәттә йәки кинола ғына күргән ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең һындары балаларҙың күңелендә берсә ҡыҙыҡһыныу, берсә һоҡланыу хистәре уятты.
Экоүҙәктә балалар ижади эштәр менән шөғөлләнде. Төрлө төҫтәге балсыҡтан улар ҡурсаулыҡта үҫкән һирәк осрай торған сәскәләрҙе һәм ҡурсаулыҡта йәшәгән йәнлектәрҙең һындарын эшләне. Уларҙың эштәренән матур күргәҙмә ойошторолдо. Балалар музыка мәктәбе хореографы Фәнис Үтәбаев балаларға “Бейергә өйрәнәбеҙ” тигән оҫталыҡ дәресе ойоштороп, башҡорт милли бейеү алымдарын күрһәтте.
Балалар экоүҙәктә шөғөлләнгән арала, Рәшиҙә Хәй ҡыҙы өләсәйҙәргә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн баш кейеме тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Өләсәйҙәр ул тегеп алып килгән матур-матур баш кейемдәрен кейеп ҡарағандан һуң, үҙҙәренә оҡшағандарының өлгөләрен һыҙып алды.
Тибет медицинаһы белгесе Иҙел Ноғманов, һаулыҡ һаҡлау буйынса әңгәмә үткәреп, төрлө ауырыуҙарҙан рецептар менән бүлеште.
Шуныһы ҡыуаныслы, эколагерҙа ҡатнашыусылар Өфөгә конференцияға китеп барышлай Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына һуғылған Монголия университеты профессоры Самбуу Гантумур менән дә осрашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Өләсәйҙәр менән балалар милли кейемдәрҙә таҡмаҡ әйтеп, бейеп, ҡунаҡты ҡыуандырҙы.
Көнө буйына балалар менән өләсәйҙәр ҡурсаулыҡ менән танышып, матур тәьҫораттар алып ҡайтты. Быуындарҙы бәйләп, киләсәк быуын менән ата-олатайҙарҙың рухын тоташтырған “Көмөш сылбыр” үҙенең маҡсатына тоғро, тип ҡыуанырға ғына ҡала.
Н. Кульчикова,
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы методисы.
Читайте нас: