“Берҙәм Рәсәй” партияһы ауыл ерендә йәшәүсе эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыҫҡартылған эш аҙнаһын һаҡлауҙы талап итә. Хеҙмәт министрлығының эш ваҡытын 36 сәғәттән 40 сәғәткә тиклем арттырыу тураһындағы инициативаһы төп эштәренән тыш әллә күпме хужалыҡ йөкләмәһе алып барған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Быға юл ҡуйырға ярамай. Был турала партияның “Рәсәй ауылы” проекты координаторы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты В. Плотников белдерҙе.
“Киң мәғлүмәт сараларында хеҙмәт министрлығында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ҡыҫҡартылған эш аҙнаһын бөтөрөү тураһындағы инициатива ҡаралыуы хаҡында мәғлүмәт баҫылды. Быға юл ҡуйырға ярамай тип уйлайбыҙ. Ауылдың социаль өлкәһен күтәрергә кәрәк, ә, киреһенсә, эшһеҙлеккә һәм көсөргәнешлеккә этәреүсе саралар ҡабул итергә тейеш түгелбеҙ”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Плотников.
Ул ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын яҡлау сараһы 1990 йылда индерелеүен телгә алды.Уның маҡсаты - ауылдың артта ҡалыуын, ауыл кешеләре өсөн үҫешмәгән социаль һәм көнкүреш хеҙмәттәрҙе тулыландырыу.
“Әлеге ваҡытта ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса махсус программа өҫтөндә эш алып барыла. Киләһе йылдан уҡ ауылдарҙың социаль өлкәһен финанслау бермә-бер артасаҡ”, - тип билдәләне Плотников.
“Эш сәғәттәрен арттырыу, практик алғанда, һәр ғаиләгә ҡағыласаҡ. Хеҙмәт министрлығының инициативаһы дәүләт тарафынан ауылдағы йәшәү шарттарын күтәреү маҡсатында алып барылған ғәйәт ҙур эшкә булған ышанысты емереүе мөмкин”, - тип йомғаҡланы парламентарий.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары.