Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 16:55

Техникаң төҙөкмө?

Кейекбайҙа үҙ йөрөшлө техниканы иҫәпкә ҡуйыу, техник күҙәтеү, страховка һәм һалым түләү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Ишниязов, гостехнадзор инспекцияһының Бөрйән районы буйынса баш инженер-инспекторы С. Ишморатов, ауыл хакимиәте башлыҡтары, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кейекбайҙа үҙ йөрөшлө техниканы иҫәпкә ҡуйыу, техник күҙәтеү, страховка һәм һалым түләү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Ишниязов, гостехнадзор инспекцияһының Бөрйән районы буйынса баш инженер-инспекторы С. Ишморатов, ауыл хакимиәте башлыҡтары, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Айҙар Ишниязов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Бөрйән районында техникаларҙың хәл-торошо, иҫәпкә ҡуйғанда килеп тыуған етешһеҙлектәр менән таныштырып үтте. Бөрйән районында 943 берәмек техника иҫәпкә ҡуйылған, шуларҙың 87%-ы - шәхси хужалыҡтарҙыҡы. Ләкин уларҙың бер өлөшө төрлө сәбәптәр менән иҫәптә тормай. Документы булып, иҫәптә торған хәлдә лә техник күҙәтеү үтмәгәндәре байтаҡ. Айҙар Вилүр улы ауыл хакимиәте башлыҡтарын был юҫыҡта әүҙемерәк эшләргә, килеп тыуған сәбәптәрҙе кәметергә саҡырҙы. Документы булмаған техниканы ла суд аша юллап иҫәпкә ҡуйырға мөмкин. Мәҫәлән, 2018 йылда 8 техника шулай иҫәпкә ҡуйылған. Техниканы иҫәпкә ҡуйыу, һалым, техник күҙәтеү, страховка техниканың хәл торошон билдәләү өсөн генә кәрәк түгел, ә кеше хәүефһеҙлегенә лә бәйле булыуы әйтелде.
- Бындай кәңәшмә йыл һайын бер ауыл хакимиәтендә үткәрелеп килә. Кәңәшмәне күсмә итеп үткәреүҙең һөҙөмтәһе бар, сөнки кәңәшмә уҙған ауыл хакимиәте биләмәһендә техниканы иҫәпкә ҡуйыу, техник күҙәтеү үткәреү һөҙөмтәләре күтәрелеүе һиҙелә, – тине Салауат Мөбәрәк улы.
Ни өсөн техниканы иҫәпкә ҡуйырға, үҙйөрөшлө техника бесән мәлендә ай ярым ғына эшләй бит, хәҙер ағас бөттө, тигән фекерҙәр бар.
Беренсенән, техниканың документтары теүәлләнә, икенсенән, уның хәл–торошо, тышҡы ҡиәфәте тәртипкә килтерелә. Урман юлдарынан оло юлға сыҡмайым, тиеүселәр бар. Ләкин оло юлда тракторҙар ҡатнашлығында күп кенә юл-транспорт ваҡиғалары һәм бәхетһеҙ осраҡтар булыуы әйтелде. Бесән осоронда туристарҙың күбәйеүе лә юл-хәрәкәте көсөргәнешен арттыра.
Техникаға һалым буйынса һорауҙарға ла асыҡлыҡ индерелде.
- Тракторға техник күҙәтеү үткәреү йөрөүгә рөхсәт алыуҙы аңлата. Бының өсөн тракторҙы теркәү таныҡлығы, тракторист-машинист танытмаһы, страховка полисы (кәрәк осраҡта) булыуы мотлаҡ. Техникаларҙы өс, алты айға ла страховкаларға мөмкин. Күҙәтеү үтмәгән техникалағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн 20 көн ваҡыт бирелә, шул ваҡыт арауығы эсендә ҡабаттан тикшертергә була. Техниканың тышҡы торошо ла талаптарға тура килергә тейеш, – тине Салауат Мөбәрәк улы.
Әлбиттә, техниканың яңыһын ниндәйҙер арауыҡ эсендә иҫке хәлгә килтерергә, йә булмаһа иҫке техниканы яңы һымаҡ тоторға мөмкин. Был тик техника хужаһынан ғына тора. Быға миҫал итеп кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Кейекбай ауылында йәшәүсе Вадим һәм Вилдан Хәлитовтарҙың ЮМЗ тракторы күрһәтелде. Ағалы-ҡустылы туғандар запас өлөштәргә тип һатып алынған тракторҙы ремонтлап, ипкә килтереп алған. Тышҡы ҡиәфәте менән яңыһынан айырылмаған трактор, әлбиттә, бөтөн талаптарға тап килә. Техник күҙәтеү ҙә үтте.
Заманына күрә заңы, тигәндәй, әлбиттә, ауыл ерендә техникаһыҙ булмай. Утынмы, бесәнме, улар юлһыҙ ерҙән генә ташылмай, оло юл аша ла үтергә тура килә. Техниканың хәл-торошо бөтөн талаптарға тап килеп торһа, әҙме-күпме булһа ла кеше ғүмеренә хәүеф кәмер ине, тигән фекергә килде кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.
М. НӘБИУЛЛИН.
Читайте нас: