“Инвестиция сәғәттәре” республика кимәлендә генә түгел, райондарҙа ла үткәрелә башланы. Бөрйәндәге тәүге “Инвестиция сәғәте” үткән аҙнаның кесаҙнаһында ойошторолдо һәм унда эшҡыуарҙар, фермерҙарҙан тыш район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” белгестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сығышында сараның әһәмиәтен билдәләп, эшҡыуарҙарҙы баҙнатһыҙлыҡ, үҙ көсөңә ышанмау кеүек сифаттарҙы еңергә саҡырҙы һәм яңы эш асырға теләүселәргә һалма, билмән кеүек ярымфабрикаттар, ит-һөт ризыҡтары етештереү, умарта, көйәнтә һ.б. әҙерләү кеүек бизнес-идеялар ҙа еткерҙе.
Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нур Усманов үткән йылда ҡыпсаҡтар еңеп сыҡҡан килемде ҡайтарыу проекты (доходогенерирующий проект) хаҡында тәфсирләп һөйләне. “Әгәр кемдер ошо проект буйынса эшләп ҡарарға теләй икән, документтарҙы йүнләү буйынса ярҙам итә алабыҙ”, - тине Нур Булат улы.
“Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең баш иҡтисадсыһы Илфат Ғәлин ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына, яңы эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы, ғаилә малсылыҡ фермаларын, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар һәм уларҙы юллау өсөн шарттар менән таныштырҙы. (Ярҙам төрҙәре буйынса тулыраҡ гәзиттең сайтында танышырға мөмкин: https://tanrb.rbsmi.ru/).
Район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары Ғәзиз Манапов район һәм республика кимәлендә эшләп килгән программалар хаҡында һөйләне. Район кимәлендә 2 төрлө ярҙам юллап алырға мөмкин. Стартап программаһы буйынса яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға 300 мең һумға тиклем күләмдә ярҙам юллап алыу мөмкинлеге бирелһә, махсус исемлектәге ҡорамалдар һәм техниканы лизинг шарттары менән һатып алыусылар иһә 50%-ҡа тиклем күләмдәге беренсе түләүҙе кире ҡайтарып алырға мөмкин. Республика кимәлендә йәнә ике төр ярҙам: микрофинанслау үҙәге аша бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар 7,78-10%-ҡа тиклем шарт менән льготалы кредит һәм Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫеш фонды аша льготалы лизингка техника һәм ҡорамалдар юллап алырға мөмкин (Программалар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте 3-52-25 телефоны аша алырға мөмкин).
Артабан эшҡыуарҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, тәҡдим-идеяларын еткереп, фекер алышыуҙа ҡатнашты.
“Инвестиция сәғәттәре” районда һәр кесаҙна үтәсәк, үҙҙәренең идеялары, проекттары менән сығыш яһарға теләүсе райондаштар, 3-52-06 телефоны аша алдан яҙылып, уларҙа ҡатнаша алалар.