Район хакимиәте ҡарарына ярашлы, 6 апрелдән 11 майғаса район биләмәһендә ауылдарҙы таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса өмәләр үтә.
6 һәм 27 апрель – дөйөм өмә көндәре. Ауыл хакимиәте башлыҡтарына, ойошма, предприятие һәм милекселектең бөтә төр формаһындағы хужалыҡ етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәрергә тәҡдим ителә.