Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 11:48

Уйҙар, уйҙар...

Элек халҡыбыҙҙа үҙ ғүмерҙәренә ҡул һалыусы кешеләр булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай үлем осраҡтары менән республикабыҙ хәҙерге ваҡытта алдынғылар рәтендә тора.“Атайҙарыбыҙ һуғышта баштарын һалғас, беҙҙе олатайҙар, бабайҙар ысын ир итеп тәрбиәләне”, – тип һөйләгәйне Учалы районының Муса ауылы аҡһаҡалы Лотфуллин Рафаил ағай. Ауыр ваҡытта был быуын кешеләренә бер ниндәй ҙә психолог кәрәкмәгән, олатайҙар, өләсәйҙәр тәрбиәһе, һүҙе уларға им, дауа булған. Ҡыҙғаныс: хәҙер егеттәребеҙ, олатай йәшенә етеү түгел, атай булып та өлгөрмәй, эскелеккә һалыша, башын элмәккә тыға. Иң ҡурҡынысы: эсеп үлеүҙәр, суицид ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара.

5 көн уҡыу
Илебеҙҙә уҡыусы балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында күп кенә эштәр башҡарыла. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа уңыштарға өлгәшкән балалар ҙа, уларҙы ҙур еңеүҙәргә алып килгән уҡытыусылары ла дәртләндерелә. Фән өлкәһендә лә йәштәребеҙ үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып торалар. Яңыраҡ ҡына, “Ауыл уҡытыусыһы” тигән программа эшләй башлаясаҡ, тип һөйөндөрҙөләр. Күптән түгел баш ҡалабыҙҙа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, уҡытыусылар, директорҙар ҡатнашлығында “Ҡанатлан!” форумы үтте. Радий Фәрит улы үҙенең сығышында балаларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында биш көнлөк уҡытыуға күсеүҙең мөһимлеге, һәр класҡа шахмат дәрестәрен керетеү, вальс бейергә өйрәтеү кәрәклеге тураһында әйтте. Эйе, балаларыбыҙ шахмат уйнарға өйрәнһәләр, логик фекерләү һәләттәре үҫер, вальс бейегән малайҙар-ҡыҙҙарҙа бер–береһенә яҡшы мөнәсәбәт, сәнғәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләнер. Ә бына кинәт кенә биш көн уҡытыуға күсеү һиҫкәндерә, һағайта бит әле. Уҡытыу планында ҡаралған дәрестәр биш көнгә һыйып бөтәме, бигерәк тә ҙур кластарҙа. Көн һайын 7-8–әр дәрес уҡыу балаларға ауыр булмаҫмы? Уҡытыусылар ҡайһы бер темаларҙы тығыҙлатып бирәсәктәр. Былар ҙа уҡыусыларҙы нервы көсөргәнешлегенә килтерәсәк бит.
2008 йылда уҡытыусының эш хаҡын күтәреү тураһында һөйләп ҡыуандырҙылар ҙа, артынса оптимизация пәйҙә булды. Мәғариф системаһында ҡыҫҡартыуҙар башланды. Иң беренселәрҙән булып туған тел дәрестәре кәметелде. Биш көнлөк уҡытыуға күсеү туған теленә битараф ата–әсәләр өсөн былай ҙа ҡыҫҡартылып бөткән әсә теле дәрестәрен алып ташлатыуға сәбәп булмаҫмы?
Донъяуи белем нигеҙе - туған телдә
Атайым, Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы, йәй сессиялар тамамланып, ялға ҡайтһаҡ, төрлө һорауҙар биреп, белемебеҙҙе тикшереп ҡарар ине. Аҙаҡ:
- Эй, китап кешеләре генә шул һеҙ. Донъяуи белемегеҙ юҡ. Ә тормошта бөтөнләй башҡаса була. Сабата ла үрә белмәйһегеҙ бит. Аллам һаҡлаһын, берәй нәмә була ҡалһа, ҡырылып үлеп бөтәһегеҙ инде, тип, көйөп, үҙенең дәлилдәрен килтерә башлар ине. “Сабата ла үрә белмәйһегеҙ” тигән һүҙен хәүефле, хәтәр хәлдәр булһа, тере ҡалыу юлдарын таба алмаҫһығыҙ, тип аңларға була. Ә донъяуи белем ҡайҙан килә һуң? Ул туған телеңдән, һин йәшәгән мөхиттән, тыуған ереңдән, халҡыңдың тарихынан, моңонан, йолаларынан килә. Глобализация осоронда йәшәйбеҙ, тип халыҡтарҙы туған телдәренән яҙҙырып, инкубаторҙар һымаҡ итеп тәрбиәләргә тырышҡан һымаҡ күрәм. Беҙ урыҫ телен дә яратабыҙ, Пушкин, Лермонтов, Толстой әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыныҡ. Үҙемә ҡалһа, тормошомда ҡыйын ваҡыттар булһа, С. Есенин шиғырҙарын уҡып, күңелемә йыуаныс ала инем. Ә шулай ҙа һәр кемгә үҙ туған теле дарыу һымаҡ. Сит ерҙәрҙә йөрөгәндә һиңә туған телеңдә өндәшһәләр, күңелеңә май булып яғыла. Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаларын төрлө телдәрҙә һөйләшкән милләт кешеләре итеп яралтҡан, шулай булғас, халыҡтарҙы туған телдәренән яҙҙырырға яраймы һуң? Ҡыҙыҡ өсөн инкубаторҙар менән тәбиғи баҫылып сыҡҡан себештәрҙе күҙәтеп ҡарағыҙ. Шул себештәрҙең ҡайһыһы сосораҡ, һөйкөмлөрәк: ауыҙын асып, тик ашарға ғына һорап торған инкубаторҙармы әллә сырҡылдашып ем сүпләп йөрөгән төрлө төҫтәге матур–матур себештәрме? Инкубаторҙарҙы һуйырға ғына аҫрайҙар шул...
Туған телебеҙ – ул беҙҙең иммунитетыбыҙ.
Олатай-өләсәйҙәр тәрбиәһе кәрәк
Элек халҡыбыҙҙа үҙ ғүмерҙәренә ҡул һалыусы кешеләр булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай үлем осраҡтары менән республикабыҙ хәҙерге ваҡытта алдынғылар рәтендә тора.
“Атайҙарыбыҙ һуғышта баштарын һалғас, беҙҙе олатайҙар, бабайҙар ысын ир итеп тәрбиәләне”, – тип һөйләгәйне Учалы районының Муса ауылы аҡһаҡалы Лотфуллин Рафаил ағай. Ауыр ваҡытта был быуын кешеләренә бер ниндәй ҙә психолог кәрәкмәгән, олатайҙар, өләсәйҙәр тәрбиәһе, һүҙе уларға им, дауа булған. Ҡыҙғаныс: хәҙер егеттәребеҙ, олатай йәшенә етеү түгел, атай булып та өлгөрмәй, эскелеккә һалыша, башын элмәккә тыға. Иң ҡурҡынысы: эсеп үлеүҙәр, суицид ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара.
“Гүргә кергән кире сыҡмаҫ”, тигәндәр ата–бабаларыбыҙ. “Хоҙай Тәғәлә һеҙгә ғүмер бүләк иткән, гүргә керергә ашыҡмай тороғоҙ. Һеҙ беҙҙең исемдәрҙе фамилия итеп алғанһығыҙ. Шәжәрәне дауам итергә, балаларығыҙға, ейән–ейәнсәрҙәрегеҙгә быуындар аҡылын, әсә телен тапшырырға тейеш инегеҙ бит. Ниңә бурысығыҙҙы үтәмәй, хурлыҡлы рәүештә ашығып килдегеҙ бында? Беҙ аманат итеп ҡалдырған Тыуған илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, туған телебеҙҙе кем һаҡлар? Үҙегеҙ менән бергә шәжәрәне дауам итер балаларҙы ла һәләк иткәнһегеҙ”, - тип рәнйейҙәр бит ата-бабаларыбыҙҙың рухтары.
Үҙ моңоңа
етмәй
Учалы ҡалаһында күптәргә өлгө булған матур ғаилә йәшәне. Апай – башҡорт, ағай кеше урыҫ милләтенән ине. Тормоштары етеш, матур–матур балалар үҫтерҙеләр. Был ғаиләнең бер генә проблемалары ла юҡтыр, тип уйлай торғайным. Бер көн килеп апай миңә: ”Төндәрен гармун уйнап, туған телемдә йыр йырлап үтһәләр, йөрәгем түҙеп тора алмаҫлыҡ һағыш утына сорнала, күҙҙәремдән әсе йәштәр тәгәрәй. Ирем – һәйбәт кеше, һүҙем дә юҡ. Йәш саҡта ”мөхәббәт” тигән булып, уйланмаған аҙымдар эшләйбеҙ ҙә ул... Олоғайғас, уйландыра, үкендерә шул. Үҙ моңом, үҙ телем йөрәгемде телә, һары һағыштарға һала. Һәр кемгә тормош юлдашы итеп үҙ милләтенең кешеһен һайлау яҡшыраҡтыр”, - тине, уфтанып.
дуҫтар
өлгө булырлыҡ
Күрше Татарстан республикаһындағы туған тел яҙмышы мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһынғаным булды. Уларҙа дәүләт эшмәкәрҙәренең саф татар телендә сығыш яһағандарын һоҡланып тыңланым. Яңыраҡ ҡына Татарстандың мәғариф министрлығы өлкәләрҙән татар теле уҡытыусыларын йыйып, Ҡазанда матур форум үткәрҙе. Беҙҙең Учалы районының Ахун мәктәбенән дә уҡытыусылар ҡатнашты. Магнитогорск, Силәбе ҡалаһынан килгән уҡытыусылар ата–әсәләрҙең: ”Факультатив ҡына етмәй, балаларыбыҙҙы туған телебеҙҙә уҡытыр өсөн татар теле уҡытыусылары, дәреслектәр кәрәк”, - тигән сәләмен тапшырғандар. Өлкәләрҙәге татар теле уҡытыусылары Татар Конгресы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ҙа үҙҙәренә кәрәкле китаптар тейәп ҡайтҡандар.
Эш - иң шәп тәрбиә
Уйлаһаң, уйылып китерлек күренештәр күп инде. Хәҙер уҡыусыларҙы мәктәптә дежурствоға ла ҡуймайҙар. Беҙҙең быуын балалары колхозда көҙ уңыш йыйыуҙа ҡатнашты, мәктәпкә утынын да, бесәнен дә әҙерләште, Тимур командаһы менән ололарға ярҙам да итте - эштә сынығып үҫте. Уҡытыу процесында ғына баланың характерын тулыһынса белеп бөтөп буламы ни. Бергә эш эшләгәндә, походтарға йөрөгәндә, матур саралар үткәргәндә балалар асылып китә. Бер–береһенә ярҙам итеү, аңлау, дуҫлыҡ тойғолары арта.
Уҡытыусы ҡағыҙға күмелгән
Йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең абруйы төшә барғаны һиҙелә. Хәҙер уҡытыусыға ҡарағанда уҡыусының хоҡуғы күберәк кеүек күренә. Интернет селтәре балалар менән ата–әсәләрҙең уҡытыусыға ҡарата агрессив мөнәсәбәттәрен сағылдырған материалдар менән сыбарланған. Йәштәрҙән кем хәҙер уҡытыусы булып эшләйем тип атлығып торор икән? Элек уҡытыусы һөнәре иң абруйлыларҙан һаналды. Шул юғары урындарҙы биләгән чиновниктарҙы, төрлө һөнәр эйәләрен уҡытыусы уҡытмағанмы, тәрбиәләмгәнме ни? Хәҙерге ваҡытта муйынына тиклем ҡағыҙ эшенә сумған уҡытыусы ҡасан дәфтәр тикшерергә, дәрес әҙерләргә, уҡыусылары менән фәһемле саралар үткәрергә, ғаиләһендә үҙ балаларын тәрбиәләргә тейеш? Уҡытыусынан һөҙөмтәле эш талап итерҙән алда, кәрәкмәгән отчеттарҙан азат итһендәр ине.
Балалар
ниңә аяуһыҙланды?
Мәктәптәрендә атыш, үлтереш ойошторған балалар тураһында сит ил тапшырыуҙарын ҡарай торғас, бындай фажиғәле хәлдәр үҙебеҙгә лә килеп етте. Мәктәпкә бысаҡ, мылтыҡ, пистолет тотоп барған балалар ҙа күренә башланы. Үҙҙәренән көсһөҙөрәктәрҙе язалап үлтереү осраҡтары ла йышайҙы. Ниңә шулай булмаһын, ти, телевизорҙан көнө–төнө үлтереш–ыҙғышты ғына күрһәтәләр бит. Кинофильмдарҙа хәҙерге геройҙар: олигархтар, уларҙың һаҡсылары, бурҙар, кеше үлтереүселәр. Әйтерһең дә, Рәсәйҙә бер ниндәй ҙә йүнле кеше ҡалмаған. Мультфильмдарын әйтеп тораһы ла юҡ - әллә ниндәй йән эйәләре. Мультфильм геройҙары ла үҙҙәрен тотоштары, ҡылыҡтары, матур булыуҙары менән күңелгә ятып торорға, өлгө булырға, зауыҡ тәрбиәләргә тейештәр ҙә баһа. Балалар Кеше–үрмәкес, Шрек һ.б. кеүек йән эйәләре тураһында фильмдар ҡарағандан һуң, уларҙы идеаллаштыралар, эргәләрендә генә йәшәгән өлгө алырлыҡ һәйбәт кешеләрҙе күрмәйҙәр. Мин үҙебеҙҙең быуын балаларын бәхетле кешеләр тип иҫәпләйем. Беҙ хеҙмәт батырҙары, Зина Портнова, Марат Казей, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Зоя Космодемьянская һ.б. өлгөһөндә тәрбиәләндек, улар һымаҡ матур, ҡыйыу булырға, Тыуған илде яратырға өйрәндек. Тыуған еренең тарихын, батырҙарын белмәгән, улар менән ғорурланыу тойғолары кисермәгән балалар үҫтергән илдең киләсәге нисек булыр?
Күптән түгел генә интернет селтәрендә ниндәйҙер ятаҡта 14-15 йәштәр самаһындағы үҫмерҙе әзмәүерҙәй егеттәрҙең нисек ҡыйнағандарын видеонан күреп, кемдең генә ғәзиз балаҡайын туп урынына типкеләп йөрөтәләр икән, тип тетрәндем, күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәне. Бер нисә кеше туҡмай, ҡыҙ кеше диванда тыныс ҡына күҙәтеп ултыра. Кемеһелер видеоға төшөрә. Хәҙер үҫмерҙәр араһында кешене туҡмап видеоға төшөрөп, интернетҡа ҡуйыу модаға кереп китте бит. Туҡмап–туҡмап, иҫһеҙ итеп диванға һуҙып һалып ҡуйҙылар. Әҙ генә лә кешене йәлләү тигән тойғо юҡмы икән ни хәҙерге үҫмерҙәрҙә? Ни йәнең менән түҙеп кешене ҡыйнағанды тыныс ҡына ҡарап ултырырға, видеоға төшөрөп торорға була. Хәҙерге балалар бергә уҡыған иптәштәренең әҙ генә етешмәгән яғын күреп ҡалһалар, кейеме, һөйләшеүе, үҙен тотоуы оҡшамай тигән дәлилдәр килтереп, күмәкләп ҡыйнарға тотоналар. Исмаһам шулар араһында “туҡтағыҙ”, тип берәй генә яҡлашыусыһы табылһасы. Юҡ шул. Кемдәрҙе үҫтерәбеҙ беҙ? “Кешегә изгелек эшлә, изгелек эшләһәң, күңелең үҫер, бәхетле булырһың. Изгелекле эш яман һәләкәттән һаҡлай. Һәр изгелек – саҙаҡа”, тип өйрәтерҙәр ине беҙҙе ололар. Яҡшылыҡты аңламаған, матурлыҡты күреп ҡыуана белмәгән, гел яуызлыҡ ҡына эшләп, шунан ҡәнәғәтлек, кинәнес тойғоһо алып йәшәгән, текә булып ҡыланған буш ҡыуыҡтарҙы, һөмһөҙ, бәхетһеҙ йәндәрҙе үҫтерәбеҙме?
Иман бар ерҙә
әҙәп бар
1996 йылда Учалы ҡалаһында 12–се Башҡорт мәктәбе асылғайны. Ҡаланың башҡа мәктәптәренән мең ярымдан ашыу бала килде. Яңы уҡытыусылар коллективы, бер–береһен йүнләп белеп тә бөтмәгән балалар менән, әлбиттә, эшләп китеүе еңелдән булманы. Балаларыбыҙ итәғәтле, тәрбиәле булып үҫһендәр тигән маҡсатта, урта звено кластарында ғәрәп графикаһы дәрестәрен кереткәйнек. Боронғо тарихыбыҙ, әҙәби әҫәрҙәребеҙ ҙә ғәрәп графикаһында яҙылған бит. Бәлки, киләсәктә тарихыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, тәүсығанаҡтарҙы өйрәнеүсе уҡыусыларыбыҙ булыр тигән маҡсатты күҙ уңында тоттоҡ. Был дәрестәрҙе хәҙерге ваҡытта йома тапшырыуын алып барыусы журналист Морат Лоҡманов үткәрҙе. Морат Нәжип улы тәрән тәрбиәүи мәғәнәгә эйә булған хәҙистәр, халыҡ ижады өлгөләрен, бәләкәй генә фәһемле уймаҡ хикәйәләрҙе индереп, программа төҙөп алды. Балаларыбыҙ был әҫәрҙәрҙе ғәрәп графикаһында яҙырға өйрәнеү менән бер рәттән матур тәрбиә алдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш хаҡы ла әҙ генә булғас, уҡыусыларыбыҙҙың яратҡан уҡытыусыһы Өфөгә китергә мәжбүр булды. Күптән түгел генә Морат Нәжип улы менән тәүге уҡыусыларҙы иҫкә төшөрөп алдыҡ. Ул: ”Ғәрәп графикаһын өйрәнгән класс уҡыусылары үҙҙәренең итәғәтлелеге, мәҙәнилеге менән башҡаларҙан айырылып торалар. Әллә ҡайҙан килеп, мине эҙләп табып хәл һорашалар, никах уҡырға, балаларына исем ҡушырға саҡыралар”, - тип ҡыуанып һөйләне.
Китапһыҙ
үҫкән быуын
Балалар хәҙер компьютерҙан, телефондан айырылмай, китап уҡымайҙар, тип зарланабыҙ. Эйе, хәҙерге йәштәрҙең тел байлыҡтары ярлыланып барғаны күҙгә күренеп тора. Телевизорҙан тапшырыуҙарҙы ҡарап, тыңлап ултырһаң, иҫең китә, ҡолаҡ ярылырҙай була. Балалар ғына түгел, ололарҙың да телдәре ҡыҫҡарған. Интервью биргәндә тейешле һүҙҙәрҙе таба алмай, аптырап ҡалалар. Яртылаш урыҫ, яртылаш башҡорт телмәре килеп сыға. Матур әҙәбиәттең шәхесте тәрбиәләүҙең бер сараһы икәнен дә онотмайыҡ. Ниндәйҙер дәртләндереү юлдарын табып булһа ла, уҡыусының күңелендә әҙәби китап уҡыуҙың тәмен тойҙороп, уҡырға йәлеп итергә кәрәк.
Интернет селтәрендә Берҙәм дәүләт имтихандары һәм уҡытыу эшендә төрлө үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәттәр даими рәүештә баҫылып сығып тора. Йәш быуынды илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү тураһында бер мәғлүмәт тә уҡығаным юҡ. Ниндәй генә осорҙа йәшәһәк тә, тәрбиә беренсе урында торорға тейеш. Башында тауҙай белеме булып та, тәүфиғы, иманы булмаған баланан ни фәтүә һуң. Өс таған: уҡытыусы, ата–әсә, балалар уҡытыу-тәрбиә процесында берҙәм булһалар, илебеҙҙең киләсәге тәрән белемле, интеллектуаль яҡтан үҫешкән, Тыуған илен яратҡан, батырҙары менән ғорурлана белгән, мәрхәмәтле, олоно – оло, кесене кесе тип белгән тәрбиәле йәштәр ҡулында ҡалыр.
Шәһүрә Әхмәҙиева,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың
журналистар союзы
ағзаһы.
Читайте нас: