“Урал” ФОК-ында сәләмәтлек торошо буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм опекун балалар өсөн кескәй принцессалар балы үтте.
“Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы, район хакимиәтенең йәштәр, опека һәм попечителлек бүлектәре үткәргән был сараға райондың төрлө ауылдарынан 17 бала килде.
Батша балының иң гүзәл һылыуы - әкиәт геройы Көлһылыуҙан арттырмаһа, һис тә кәм түгел ине бәләкәстәр: кейгән күлдәктәренә ҡыйып баҡҡыһыҙ, прическалары заманса, үҙҙәре күбәләктәй осоп-ҡунып йөрөй.
Сараның “Дефиле” өлөшөндә әсәйҙәре менән “подиум”дан үтеп, үҙҙәрен, кейемдәрен күрһәтте кескәй принцессалар. “Әкиәт илендә” конкурсында ҡыҙҙар үҙҙәренә эләккән әкиәт геройҙарын хәрәкәттәр менән күрһәтеп, башҡалар уларҙы таныны. “Күңелле уйындар”ға мөҙҙәт еткәс, спорт залы ысын ярыш майҙанына әйләнде – ҡыҙҙар командаға бүленеп кемуҙарҙан ҡолғаға дүңгәләктәр кейҙерҙе, ҡаптағы шешә баштарына үҙҙәренә төҫтәш ҡапҡастарҙы кейҙереп, етеҙлектә һынашты, “Ҡояш балҡытыу” уйынында осона ҡәләм беркетелгән таҫма-нурҙарҙы төрөп тә ярышты, “шыршы”лағы шарҙар уйымына туп һелтәп таҫыллығын һынаны, өс төрлө лентанан “сәс үреп” тә ярыштылар, өйөмдәге ярмаларҙы сортҡа бүлеп, тәғәйен һауыттарға тултырҙылар, һүрәттәрҙән әкиәт тә “төҙөнөләр”.
Сара һуңында кескәй принцессалар тәмлекәстәр менән сәй эсте, бүләктәр алып ҡыуанды.