Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2019, 13:57

Мәргәнлеккә һынау

Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап традицион яндан уҡ атыу буйынса балалар араһында беренсе район турниры үтте. Ҡыпсаҡ, Байназар, Яңы Мөсәт, Иҫке Монасип мәктәптәренән 25 уҡыусы ҡатнашты. Районда беренсе тапҡыр үткәрелгән был сараны мәғариф бүлеге, Әбделмәмбәт урта мәктәбе, Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Турнирҙы асып, Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев, район мәғариф бүлеге, Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ришат Шәрипов, физик культура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов бәйгеселәргә уңыштар, еңеүҙәр теләне.

Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап
традицион яндан уҡ атыу буйынса балалар араһында беренсе район турниры үтте.
Ҡыпсаҡ, Байназар, Яңы Мөсәт, Иҫке Монасип мәктәптәренән 25 уҡыусы ҡатнашты. Районда беренсе тапҡыр үткәрелгән был сараны мәғариф бүлеге, Әбделмәмбәт урта мәктәбе, Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Турнирҙы асып, Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев, район мәғариф бүлеге, Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ришат Шәрипов, физик культура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов бәйгеселәргә уңыштар, еңеүҙәр теләне.
Яҙ гүзәле Рәфилә Мәсәғүтова уҡсы ҡыҙ бейеүе менән ҡатнашыусыларға дәрт өҫтәне.
Уҡыусылар өс этаптан торған ярыштарҙа көс һынашты: беренсе этап «Мәргән» тип аталды. Икенсе этапта - тубыҡланып, өсөнсө этапта боролоп, яурын аша уҡ аттылар. Бәләкәй балалар 12 метрлыҡ, ә үҫмерҙәр 16 метрлыҡ алыҫлыҡтан бишәр уҡ менән икешәр тапҡыр үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Уҡтар шыйлап ҡына осоп торҙо. Уғатарҙар үҙҙәрен бик лайыҡлы, етди тоттолар. Улар бит күңел асыу сараһына килмәгәндәр, ә милләтебеҙҙе рухи яҡтан тәрбиәләү, үҫеп килгән быуында үҙ милләтенә, тыуған иленә, тарихына ҡарата һөйөү уятыу, милли йолаларҙы тергеҙеү маҡсатын күҙалланы был сара.
Уҡсы кейемен керештән һаҡлау өсөн күкрәксә, ә һул ҡушар һөйәген һаҡлау өсөн яға — крага кейгән. Уҡтар билбау ҡайышына беркетелгән һаҙаҡта - уҡтарҙы һала торған махсус һауытта һаҡлана. Балаларҙың да һаҙаҡтары төрлөсә эшләнгән ине: күндән теккәндәр, зауыҡ менән биҙәгәндәр.  Ағас һәм синтетик материалдар ҡулланып яһалған хәҙерге заман йәйәләре һәм уҡтары менән атты уҡыусылар.
Район мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов, «Ҡыпсаҡ лазеры» оҫтаханаһы, аутсорсинг ойошмаһы етәксеһе Илнар Әҙелбаев, «Ағиҙел» магазины етәксеһе Илдар Ишморатов, «Крепеж» магазины етәкселәре Артур Мөхәмәтдинов һәм Илнур Шәмиғоловтар, «Аҙаш» компанияһы етәксеһе Рифат Раҡаев был милли сараға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс ваҡыт етте. Бына улар мәргән уҡсылар: 7-12 йәшлек
малайҙар араһында Батырйән Хурамшин (Әбделмәмбәт) - 1-се, Ирхан Үтәбаев (Әбделмәмбәт) – 2-се, Динар Юлбирҙин (Яңы Мөсәт) 3-сө урындарға сыҡтылар. Ҡыҙҙар араһында Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары Алтынай Ҡасимова – 1-се, Лиана Мәхмүтова – 2-се, Зилиә Ҡарамышева 3-сө урындарға лайыҡ булдылар.
13-17 йәшлек үҫмерҙәр араһынан Даян Юлбирҙин (Яңы Мөсәт) – 1-се, Аяз Әхтәмов (Иҫке Монасип) – 2-се, Батырша Боҫҡонов (Әбделмәмбәт) 3-сө урындарҙы яуланылар. Ҡыҙҙарҙан Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары Наҙгөл Наҙарғолова – 1-се, Рәфилә Мәсәғүтова – 2-се, Гөлшат Ишарина 3-сө урындар алып ҡыуандылар. Махсус призды иң мәргән уҡсы Динар Юлбирҙин эләктерҙе. Еңеүселәргә ҡыйбатлы бүләктәр, Ҡыпсаҡ оҫтаханаһында эшләнгән үҙенсәлекле миҙалдар тапшырылды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа лазер ярҙамында эшләнгән иҫтәлекле миҙалдарға эйә булды. Республика буйынса уҡ атыу ярыштарында бик күп еңеүҙәр яулаусы Яңы Мөсәт ауылы уҡсыһы Салауат Юлбирҙин балаларҙы еңеүҙәре менән ҡотланы, киләсәктә лә шөғөлдәрен ташламай, артабан үҫеүҙәрен теләне.
Тарихҡа күҙ һалғанда, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт мәргәндәре хатта Гете алдында мәргәнлектәрен күрһәткән. Башҡорт ҡыҙҙары яугирҙәр сафында Парижға тиклем барып еткән.
Халҡыбыҙҙың йолалары киләсәктә лә онотолмаһын. Йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә ҡатнашыусылар артҡандан-арта барһын.
Инсур Үтәбаев: «Мәктәптә уҡ атыу түңәрәге ике йылдан ашыу эшләп килә. Бик күп балалар ғына түгел, ололар ҙа шөғөлләнә. Киләсәктә был турнирҙы республика кимәленә күтәрергә уйлайбыҙ. Йәйгелек балалар һәм ололар өсөн асыҡ турнир үткәрергә уйлайбыҙ. Ғөмүмән, ярыштарҙа ҡатнашыу балаларҙы үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешенә этәргес көс булып тора».
Зиннур Боҫҡонов: «Айырым зал булһа, шәп булыр ине, бында тарыраҡ. Мәктәптәр һүлпәнерәк ҡатнашты, күңел асыу сараһы ғына тип күрәләр микән, был бит беҙҙең тарихи уйын».
Алтынай Ҡасимова: «Ярыш уңышлы үтте тип һанайым. Урын алманым, тип күңелде төшөрөргә кәрәкмәй».
Ә. Юлсурина.
Читайте нас: