Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 13:52

Яулайһы үрҙәре алда әле

Бала саҡта һәр кемдең үҙе генә белгән, сер итеп һаҡлаған хыялы була. Ошо хыял, йондоҙҙай балҡып, бала күңелен яҡты хистәргә күмә. Район мәҙәниәт һарайының яңы алымдар буйынса методисы Айрат Баязитов та бала саҡтан йырсы булырға хыялланған. Хоҙай биргән һәләте, үҙенең тырышлығы, маҡсатына ынтылып йәшәүе менән хыялын тормошҡа ашыра ул. 

Бала саҡта һәр кемдең үҙе генә белгән, сер итеп һаҡлаған хыялы була. Ошо хыял, йондоҙҙай балҡып, бала күңелен яҡты хистәргә күмә. Район мәҙәниәт һарайының яңы алымдар буйынса методисы Айрат Баязитов та бала саҡтан йырсы булырға хыялланған. Хоҙай биргән һәләте, үҙенең тырышлығы, маҡсатына ынтылып йәшәүе менән хыялын тормошҡа ашыра ул. 
Айрат йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә - уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Роберт һәм Әминә Баязитовтарҙың 5 балаһы ла йырларға, бейергә ярата. Әммә береһе лә сәнғәт юлынан китмәй. Айрат та М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физика һәм информатика бүлеген тамамлай. Тик сәнғәткә булған һөйөү барыбер өҫтөнлөк ала. 2013 йылда район мәҙәниәт һарайына эшкә саҡырыу алғас, ҡыуанып риза була. Әлеге көндә С. Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының йыр бүлегендә ситтән тороп белемен камиллаштыра.
Билдәле композиторҙар С. Низаметдинов менән Р. Хәсәновтың йырҙарын яратып башҡара. Айырыуса һирәк башҡарыла торған халыҡ йырҙарына - “Буранбай”, “Шафиҡ”, “Арғужа”, “Ҡолой кантон”, “Мәсем буйында” һ.б. – өҫтөнлөк бирә. Яратып башҡарып ҡына ҡалмай, уларҙың тарихын халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя ул. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ диплом-грамоталары ошо хаҡта һөйләй ҙә инде: татар һәм башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһында үткән халыҡ-ара “Дуҫлыҡ моңо” фестивалендә 2-се дәрәжә лауреат, “Юлдаш йыры” асыҡ республика конкурсында 2-се урын, “Алтын даға” республика фольклор фестивалендә халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында Гран-при һәм башҡа халыҡ-ара, республика конкурстарында призлы урындар яулай.
Айрат Роберт улы райондың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө проекттарға, гранттарға үҙенең тос өлөшөн индерә. Тырыш хеҙмәте өсөн Мәҙәниәт министрлығының, Республика Халыҡ ижады үҙәгенең, район хакимиәтенең һәм район мәҙәниәт бүлегенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Һәләтле егет мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, йырлап ҡына йөрөмәй, тантаналы кисә-сараларҙы, байрам концерттарын оҫта алып барыусы ла. Айратты хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә. Ул үҙенең тормошон коллективынан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Йырланаһы йырҙарың, яулаясаҡ үрҙәрең алда әле, уңыштар һиңә, Айрат!
А. Мөхәмәтйәнова.
Читайте нас: