22 мартта районда яҙғы ташҡын осоронда йәлеп ителеүсе көстәрҙең әҙерлеген тикшереү күнекмәһе уҙҙы. Унда эске эштәр, элемтә, мәғариф бүлектәре, янғын һүндереү, газ хеҙмәттәре, район үҙәк дауаханаһы, мәғлүмәт-консультация үҙәге, район ветеринария станцияһы, электр селтәрҙәре, урман хужалығы һәм ҡурсаулыҡ, “Алағуян” МУП-ы, “КомЭнергоСервис” йәмғиәте, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, район хакимиәтенең төҙөлөш һәм иҡтисад бүлектәре, “Бөрйән” ҡулланыусылар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Ауылдарҙы һыу баҫҡан хәлдә халыҡтың медицина хеҙмәте, ут-газ, элемтә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеүе, юлһыҙ ҡалыу мәсьәләләре лә күҙ уңынан ысҡындырылманы.