Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 13:48

Нәзилә - "Башҡортостан оҫталары" араһында!

22 март көнө Хөкүмәт йортонда «Башҡортостан оҫтаһы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Төрлө өлкәләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәргә бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Еңеүселәр исемлегенә 17 ойошма һәм 18 хеҙмәткәр инде. Улар араһында социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, табиптар, газ сәнәғәте өлкәһендә эшләүселәр, слесарҙәр һәм башҡа һөнәр оҫталары бар ине. 

Беҙҙең райондан Килдеғол ауыл китапханаһы китапханасыһы Нәзилә Исҡужинаға тейҙе был сарала ҡатнашыу бәхете. Әйткәндәй, Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙы 2018 йылда “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханасыһы” конкурсында ла еңеү яулағайны.
Нәзилә, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Сараға саҡырылыу минең өсөн бик ҡыуаныслы булды. «Әкиәттәр уҡып, үҙебеҙ йәнһүрәттәр төшөрәбеҙ» тигән проектым юл асты был бәхеткә. Төп маҡсатым - йәштәрҙе, балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү. Бигерәк тә компьютер заманында был ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим”, - ти.
Ә. КИНЙӘБУЛАТОВА.
Читайте нас: