Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2019, 18:19

Егәрленең ҡулы ете

Район хакимиәтендә тиҫтә йылға яҡын урам һепереүсе булып эшләүсе Ғилман Таңатар улы Мырҙабаев хаҡында әйтелгәндер был мәҡәл.Уның эшен күргәндәр инҡар итергә ҡыймаҫ – Ғилман кеүек үҙ эшенә шул тиклем яуаплы, етди ҡарағандар йөҙгә берәү булалыр ул. Ҡасан ҡарама - эш өҫтөндә: ҡыш көнө ҡар көрәп, йә заманса техникаһын бытырҙатып “ҡар урып” йөрөй, иртә яҙҙан иң беренсе ул хужалыҡ иткән биләмә ҡарҙан әрселә – тумырып, боҙ ҡатламдарын стена яһап кәлдәп кенә өйөп ҡуя, ҡоро мәлдә былай ҙа көҙгөләй ялтырап ятҡан хакимиәт биләмәһен һепереп йөрөй. Ғилмандан энә күҙәүендәй сүп тә ҡурҡып ҡалтырап яталыр, моғайын.

Район хакимиәтендә тиҫтә йылға яҡын урам һепереүсе булып эшләүсе Ғилман Таңатар улы Мырҙабаев хаҡында әйтелгәндер был мәҡәл.
Уның эшен күргәндәр инҡар итергә ҡыймаҫ – Ғилман кеүек үҙ эшенә шул тиклем яуаплы, етди ҡарағандар йөҙгә берәү булалыр ул. Ҡасан ҡарама - эш өҫтөндә: ҡыш көнө ҡар көрәп, йә заманса техникаһын бытырҙатып “ҡар урып” йөрөй, иртә яҙҙан иң беренсе ул хужалыҡ иткән биләмә ҡарҙан әрселә – тумырып, боҙ ҡатламдарын стена яһап кәлдәп кенә өйөп ҡуя, ҡоро мәлдә былай ҙа көҙгөләй ялтырап ятҡан хакимиәт биләмәһен һепереп йөрөй. Ғилмандан энә күҙәүендәй сүп тә ҡурҡып ҡалтырап яталыр, моғайын.
Иң мөһиме: ҡасан ғына район хакимиәте янынан үтеп барһаң да, ошо ир–уҙаман һәр саҡ сәләм биреп, хәйерле көн теләп, алғыштарын яуҙырып ҡала. Бөрйәндә Ғилман һымаҡ эшләгән бүтән кеше юҡтыр ул, тип һоҡланып үтә икән юлаусы-үткенселәр – был уның эшенә иң ҙур баһа.
Эйе, эшенән йәм табып, хеҙмәте менән халыҡты ҡыуандырырға тырышып йөрөгән Ғилман Мырҙабаев – күптәребеҙгә үрнәк. Ауыр, ҡара эш башҡарһа ла, күңеле таҙа, йөҙө асыҡ, ниәттәре изге уның. Ошо холҡонан айырмаһын, эштәре уң булһын!
А. Ғарифуллина.
Читайте нас: