Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2019, 11:25

Сәхнәлә лә һынатманылар

12 мартта Иҫке Собханғол урта мәктәбенең акттар залында Башҡортостан Республикаһы һәм БР Эске эштәр министрлығы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған республика эске эштәр бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзаларының 20-се үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үтте.

Эйе, погонлыларҙы, ғөмүмән, полиция хеҙмәткәрҙәрен беҙ, ғәҙәттә, ни эшләптер, ҡырыҫ, етди тип беләбеҙ. Ә 12 мартта Иҫке Собханғол урта мәктәбенең акттар залында үткән шәп сара - Башҡортостан Республикаһы һәм БР Эске эштәр министрлығы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған республика эске эштәр бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзаларының 20-се үҙешмәкәр сәнғәт фестивале ошоноң нәҡ киреһен раҫланы.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А. Әлибаков, фестивалде асып, һәр коллективҡа уңыштар, матур сығыш теләне. Йәрәбә буйынса беренсе сығыш яһау әбйәлилдәр өлөшөнә тейҙе. Башҡорт телендә рухлы шиғыр менән старт алды ут күршеләребеҙ. Трио, дуэт, ир-аттарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың вокаль ансамблдәре матур сығыш яһаны. Ширияздановтар ғаиләһе ҡурайҙа ла уйнаны, Башҡортостанға мәҙхиә лә йырланы, бәләкәй ҡыҙҙары М. Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын тасуири итеп һөйләне. Полиция майоры С. Сафина “Катюша”ны бик үҙенсәлекле башҡарҙы. “Башҡорт сувениры” бейеүе, хор сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Икенсе булып сығыш яһаған хәйбуллалар бейеүҙәре менән алдырҙы. Ир-егеттәрҙең вокаль ансамбле башҡарыуында “Конь” йыры шәп яңғыраны. Бикбовтар ғаиләһенең сығышы концертҡа йәм өҫтәне.
Йылайырҙар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел икәнлеген тәүге сығышында уҡ раҫланы – хор башҡарыуында йырҙар дәррәү алҡыштарға күмелде. Мәхмүтовтар ғаиләһенең “Күбәләк” бейеүе, ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле башҡарыуында йырҙар, отставкалағы майор А. Политавкиндың моңло йырҙары күңелгә май булып яғылды.
Ейәнсура районы вәкилдәренең дә хор сығыштары матур булды. Радмир Мәүлитовтың бәрхәт тауышы тамашасыны әсир итте. Ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленең төрлө милләт кейемендә шул халыҡтарҙың йырҙарын башҡарыуы тәьҫирле булды.
Күгәрсендәр хор, вокаль ансамблдәр сығышы менән алдырҙы. Әнүр Баймырҙиндың “Игзаков” бейеүе юғары сәнғәт өлгөһө булырлыҡ ине. Дилә Яҡшыбаеваның “Ай-һай, һыуҙары” йыры әртистәрҙекенән бер ҙә кәм булманы.
Ниһайәт, мөҙҙәт Бөрйән эске эштәр бүлексәһенә лә етте. Роза Хәсәнова дирижерлығындағы хорҙың сығышы сараға баҙыҡлыҡ өҫтәп ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленең “Баҡыр шишмә” йыры район эске эштәр бүлексәһендә моңло һандуғастар эшләүен дәлилләне. Наҙгөл Исламованың күбәләктәй осоп-төшөп бейеүе, уның әсәһе Лилиә Исламованың ҡумыҙҙа оҫта сиртеүе, Илназ Йәнбәковтың ҡурайҙа һыҙҙырыуы, Ләйсән Буранованың “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен ихлас башҡарыуы, коллектив башҡарыуында “Урал бәйете”, ҡыҙҙарҙың “Катюша”ға өҙә баҫыуы, Илһам Хәсәновтың моңло тауышы, Исламовтарҙың ғаилә ансамблдәре сығышы бөрйәндәрҙең фестивалгә етди әҙерләнеүен күрһәтте. Коллектив бейеүҙә генә лә беҙҙекеләр әллә нисә халыҡтың бейеүен күрһәтеп, милләт-ара татыулыҡҡа дан йырланы. Сәхнәне бер иткән бүлексә һәүәҫкәрҙәренә флеш-моб менән балалар ҡушылғас, сара тотош тантана төҫөн алды.
А. РӘЖӘПОВА.
Был шәп бәйгелә кемдәр еңеүсе булғанын белергә теләһәгеҙ, гәзиттең 19 март һанын уҡығыҙ.
Читайте нас: