Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2019, 13:28

Ҡайҙа үлем менән сауҙа итәләр, хәбәр ит!

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы ”Ҡайҙа үлем менән сауҙа итәләр, хәбәр ит!” исемле акция башланды. 11 марттан республика министрлыҡтарында һәм ведомстволарында ”ҡыҙыу линия” эшләй башлаясаҡ. Наркотиктар эшләү, һаҡлау, притондар тотоу урындарын белгән һәр кем тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында йәшерен хәбәр итә ала.

Акцияның төп асылы - һәр шылтыратыу һәм хәбәр мөһим. Наркотиктар ҡулланыуға һәм таратыуға ҡаршы көрәштә мәғлүмәт саралары иң яҡшы ысулдарҙың береһе булып тора. Әгәр ҙә наркотиктар әйләнешен иҫәптә тотоу идараһы хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, һеҙҙең шылтыратыу полиция бүлектәрендә ҡабул ителә. Бынан тыш, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләйәсәк. 8(347) 279-32-92 һандарына шылтыратып, тыйылған матдәләрҙе ҡулланыу, таратыу осраҡтарын һөйләй һәм белгестәргә һорауҙар бирә алаһығыҙ.
Әлбиттә, килгән бөтә мәғлүмәт тикшерелә, бер шылтыратыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Конфиденциаллек гарантиялана.
Акцияны ойоштороусылар граждандарҙың социаль әүҙемлегенә ышана. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, шуның өсөн наркомания мәсьәләһен үҙ-ара килешеп һәм тик бергә хәл итергә кәрәк.
БР Эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен иҫәптә тотоу идаралығы.
Читайте нас: