Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2019, 14:03

Эльвина - беренсе!

Мәҙәниәт минстрлығы һәм республика Халыҡ ижады үҙәге йәштәр өсөн шиғри әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү буйынса “Тере һүҙ” тигән бәйге ойошторҙо. Унда һәр ҡатнашыусы башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге ике шиғыр менән һынау тотто. Ике көн дауам иткән бәйгелә 76 кеше ҡатнашты. Беҙҙең райондың Брәтәк ауылы ҡыҙы Эльвина Семенова был мәртәбәле бәйгелә 1-е урын яуланы!

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 71 ғариза бирелеп, шуларҙың 44-е финалға үткән. Тәүге тур интернетта ойошторолған.
Беренсе көн шиғыр һөйләү бәйгеһе һәм шағирҙар, актерҙар менән осрашыу, икенсе көн йәш шағирҙар менән осрашыу, ҙур концерт булды.
- Минең ҡыҙым Эльвина Семенова башта Мостай Кәримдең «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» шиғырын һөйләне. Икенсе көндә Рәми Ғариповтың «Яндырылған хаттар» шиғыры менән барыһын әсир итте. Ошо шиғырҙар менән 1-се урын яуланы ла инде. Быйыл Гран-при ҡаралмаған ине.
Эльвинаны Бөрйән районы исеменән үҙем алып барҙым. Ул бәләкәстән шиғыр һөйләргә яратты. Ҡыҙым әлеге көндә Ишембайҙа З. Вәлиди исемендәге гимназияла уҡый, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Эльвинаның әсәһе Эльвира Хөсәйенова.
Әйткәндәй, Эльвина “Йөрәк һүҙе” республика шиғыр бәйгеһендә лә 3-сө урын яулағайны. Киләсәктә диктор булырға хыялланған ҡыҙға уңыштар юлдаш булһын!
Т. Йыһанурова әҙерләне.
Читайте нас: