Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2019, 13:48

Ғибәҙәт бүлмәһе асылды

Үткән йомала район үҙәк дауаханаһында (4 ҡатлы бинаның 1-се ҡатында) мосолмандар өсөн ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе асылды.Был – дин юлындағы райондаштарҙың күптәнге хыялы. Мәҫәлән, Аҫҡар ауылында үткән район һәм ауыл хакимиәттәренең отчет йыйылышында ла халыҡ ошо һорауҙы күтәргәйне.Кемдең идеяһы был, тиерһегеҙ. Ошо һорауҙы биргәс, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәнил улы Фәтҡуллиндыҡы, тинеләр. Хуплауға лайыҡ аҙым.

Үткән йомала район үҙәк дауаханаһында (4 ҡатлы бинаның 1-се ҡатында) мосолмандар өсөн ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе асылды.
Был – дин юлындағы райондаштарҙың күптәнге хыялы. Мәҫәлән, Аҫҡар ауылында үткән район һәм ауыл хакимиәттәренең отчет йыйылышында ла халыҡ ошо һорауҙы күтәргәйне.
Кемдең идеяһы был, тиерһегеҙ. Ошо һорауҙы биргәс, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәнил улы Фәтҡуллиндыҡы, тинеләр. Хуплауға лайыҡ аҙым.
“Был бүлмә мосолмандар өсөн мөбәрәк көндәрҙән һаналған йома көнө дауаханабыҙ хеҙмәткәрҙәре көсө менән асыла. Бында һәр теләүсе кеше инеп намаҙ уҡып, доға ҡылып сыға ала. Район халҡы өсөн ошондай бәләкәй генә бүләк эшләй алыуыбыҙға шатбыҙ”, - тине Илмир Фәнил улы.
Ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһен рәсми рәүештә асыуҙа райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов та ҡатнашып:
- Мәсеттәр – Аллаһы Тәғәләнең йорттары. Был бәләкәй генә бер бүлмә булһа ла, ҡайҙа кеше инеп Аллаһ ризалығы өсөн сәждәгә китә – ул ер мәсет була. Был ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһенең дауаханала асылыуы бермә-бер яҡшы, сөнки бында сирлеләр килә. Кеше, бәлки, ошонда инеп, ихластан ғибәҙәт ҡылып, Аллаһтан шифа табып, һауығып китер. Намаҙ уҡымаған кешеләр инһә лә, күңеленә тыныслыҡ, дауа табыр, Аллаһҡа тәүәкәлләр. Уның ошонда инеүе, бәлки, иманға, тоғро юлға килеүенә сәбәп булыр. Иман – үҙе шифа. Халҡыбыҙ ошо бәләкәй генә ғибәҙәт бүлмәһенән ҙур файҙа табыр, иншаллаһ, Аллаһҡа йүнәлер, иманды, әҙәп-әхләҡте юлдашы итер, - тине.
Рәсүл хәҙрәт аҙан ҡысҡырғас, йәмәғәт менән доға ҡылынды, уға эйәреп ир-ат ике рәҡәғәт мәсет намаҙы уҡыны.
Эйе, район үҙәгендә иң беренселәрҙән булып үҙәк дауахана ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе асыуға өлгәште. Изгелек эшләүҙә ярышығыҙ, ти динебеҙ. Аҡ халатлыларға эйәреүселәр киләсәктә лә булыр, тигән өмөттәбеҙ.
Айһылыу Рәжәпова.
Читайте нас: