Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2019, 12:47

Ил Президенты "Ауыл уҡытыусыһы" программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫешенең өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫешенең өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Дәреслектәрҙең федераль исемлегенә иң яҡшы баҫмаларҙы индерергә кәрәк.
Башҡортостанда быйылдан башлап ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум бүленә. Йыл йомғаҡтары буйынса улар араһынан иң яҡшы 100 уҡытыусыға грант рәүешендә 600-әр мең һум аҡса тапшырыу күҙаллана. «Әлеге сара бушлай ер участкаһы бүлеү менән бергә — был сараны ла әҙерләрбеҙ — республиканың ауыл мәктәптәрендә уҡытыусылар мәсьәләһен хәл итергә тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров 1 февралдә Өфөлә уҙған мәғариф форумында.
Читайте нас: