Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2019, 17:23

Әҙип хөрмәтенә

Яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, академик, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ә. Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын үткәреү тураһында район хакимиәте башлығының бойороғо сыҡты.

Яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, академик, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ә. Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын үткәреү тураһында район хакимиәте башлығының бойороғо сыҡты. Юбилей йылы сиктәрендә “Урал батыр” эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе, Ә. Сөләймәновтың музейына экскурсиялар, “Беҙҙең Әхмәт” интернет-викторинаһы, “Сөләймәнов уҡыуҙары” конференцияһы, әҙәби-музыкаль фестиваль, “Фольклорсы-ғалим эҙҙәренән” туристик походтары, фольклор экспедициялары, тематик концерттар, программалар, әҙәби кисәләр, конкурстар, ярыштар, әңгәмәләр, китап күргәҙмәләре, шәжәрә байрамы ойоштороу, “Әхмәт Сөләймәновтың ижади мираҫы” интернет-порталын һәм “Әхмәт Сөләймәнов” виртуаль күргәҙмәһен булдырыу, уҡыусыларҙың ғалимға арналған шиғырҙары һәм таҡмаҡтары йыйынтығын сығарыу планлаштырыла. Әҙиптең хәтер кисәһен иһә 15 мартта Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда ойоштороу күҙаллана.
М. Йәмилева.
Читайте нас: