Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2019, 17:16

Беләктән белек көслө

Бушҡа ғына беҙҙең халыҡ ер ҡәҙере – игендә, ир ҡәҙере – белемдә, тимәгән. Нәҡ Аҡмулласа йәшәгән заман: уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр. Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр, ти. Беләктән белектең көслө сағы шул.Иҫке Собханғол ауылы егете Маликов Өлфәт Рәүф улы һәм уның командаһының менталь арифметика буйынса бөтә донъя кимәлендәге уңыштары республиканы ярайһы ғына шаулатып алды..

Бушҡа ғына беҙҙең халыҡ ер ҡәҙере – игендә, ир ҡәҙере – белемдә, тимәгән. Нәҡ Аҡмулласа йәшәгән заман: уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр. Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр, ти. Беләктән белектең көслө сағы шул.
Иҫке Собханғол ауылы егете Маликов Өлфәт Рәүф улы һәм уның командаһының менталь арифметика буйынса бөтә донъя кимәлендәге уңыштары республиканы ярайһы ғына шаулатып алды. Ситтә йәшәгән райондаштарҙың был сираттағы уңышы “бөрйәндәрҙе ситкә ебәрергә ярамай, кеше була ла китәләр” тигән халыҡтың заманса лаҡабын тағы бер дәлилләне – ысынлап та, Ер шарының ҡайһы ғына нөктәһенә барып олаҡһа ла бирешмәй беҙҙекеләр – кемдең кемлеген яҡшы яҡтан таныталар!
Ҡыҫҡа тотҡанда, 2018 йылдың 30 декабрендә Малайзияның Куала-Лумпур тигән ҡалаһында менталь арифметиканан (күңелдән хисапларға өйрәткән программа) донъя буйынса 18-се тапҡыр PAMA QLOBAL олимпиадаһы үтте. Унда Рәсәйҙең намыҫын йыйылма команда составына ингән Башҡортостан уҡыусылары яҡланы. Өфөләге Орбита АйТи мәктәбе уҡыусылары, GenisKid-2018 төбәк этабының еңеүселәре булып, һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, донъя кимәлендәге ошо мәртәбәле олимпиадала ҡатнашты. Ҡатнашыу ғына түгел, яҡташыбыҙ, ошо Орбита АйТи мәктәбенең тренеры (ярыштар осоронда тренер, ә былай – администратор) Өлфәт Маликов етәкселегендә барған 4 уҡыусы ла призлы урындар алып ҡайтты. Мәҫәлән, Мәрйәм Моталова “А” категорияһында – 2-се, Ильяс Игебаев менән Азра хөснөтдинова “В” категорияһында – 3-сө, Әминә игебаева ”В” категорияһында 3-сө призлы урын яулауға ирешкән. Орбита АйТи мәктәбе директоры Әсхәт Зарипов “Менталь арифметика преподавателдәре” (“Ғ”) категорияһында шулай уҡ 3-сө урын яулаған.
- 20-нән артыҡ илдән 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты был олимпиадала.Беҙҙең уҡыусылар уңышлы сығыш яһаны. Мин менталь арифметика менән Өфө нефть-техник университетында уҡып йөрөгәндә үк шөғөлләнә инем. Орбита АйТи мәктәбен булдырҙыҡ. Хәҙер республикала 50-нән артыҡ филиалыбыҙ бар. Йәмғеһе 2500 уҡыусы ошо йүнәлеш буйынса шөғөлләнә. Менталь арифметика – яңы йүнәлеш. Башҡортостанда бының буйынса белем биреү базаһы бар. Беҙҙекеләр күрше Ҡазан, Силәбеләге уҡытыусыларҙы ошо йүнәлештә уҡыта.
Мәҫәлән, призер булып ҡайтҡан Ильяс 16 һандан торған рәтте 15 секундта хәтеренә бикләй. Уның менән ҡыҙыҡ бер хәл дә була. Ильяс ата-әсәһенең банк картаһына бер һирпелеп ҡарау менән ундағы бар мәғлүмәтте хәтеренә һалып ҡуя. Аҙаҡ телефондағы уйынға ҡушымта һатып ала... Ата-әсәһе тәүҙә был хәлгә асыуланырға уйлай, шунан, балаларының хәтерен нығыраҡ үҫтереү өсөн, беҙҙең мәктәпкә йөрөтә. Ул бер нисә секунд эсендә хәтеренән 3 урынлы һандарҙы ҡуша, ала, 3-сө йыл менталь арифметика менән шөғөлләнә. Беҙҙең бөтә потенциал алда. Эшләйәсәкбеҙ, шөғөлләнәсәкбеҙ, урындар аласаҡбыҙ. Ярыштар сит илдә үткәс, бөтә аралашыу инглиз телендә булды. РБЛИ-ла (хәҙер РИЛИ) беҙ фәндәрҙе инглиз телендә уҡыныҡ. Әле лә үҙ өҫтөмдә шөғөлләнәм, - ти Өлфәт.
Менталь арифметика – тәүҙә абакуста (абакус - занятиелар өсөн төп инструмент, боронғо иҫәп-хисап төймәләрен (счетты) хәтерләтә), аҙаҡ ҡулдар менән үҙеңә ярҙам итеп, йәнәһе, иҫәп-хисап төймәләрен шылдырған кеүек хәрәкәттәр яһап хәтерҙә ҙур урынлы һандарҙы алыу, ҡушыу, ҡабатлау. Ныҡ үҫешекән йомробаштар бер үк ваҡытта хәтерҙән һандар менән эш итә һәм шиғыр ҙа һөйләп тора, йә скакалкала һикерә. Бына һиңә - мә!
Бөгөн донъяны компьютер, гаджет, һәр төрлө телефон һ.б. замана “ҡумта”лары баҫып, балаларҙың шуларға тексәйеп көн үткәргәне берәүгә лә сер түгел. Балаларҙың логик фекерләү ҡеүәһен, анализлай белеү һәләтен ошо һанап үтелгәндәр “урлауы” ла яңылыҡҡа инмәй. Белгестәр әйтеүенсә, менталь арифметика баш мейеһенең ике ярымшарына ла үҫешергә ярҙам итә. Күңелдән тиҙ хисаплау оҫталығы менән бергә заманса Soft –skills тип аталған оҫталыҡ зирәклекте лә үҫтерә икән.
Ҡыҫҡаһы, заман башҡа-заң башҡа шул. Шул заман-дөлдөлдөң ялын матҡып тотоп, уның һыртында ныҡ ултырғандар араһында өлфәттәй Бөрйән егеттәре булыуы – үҙе бер мәртәбә, үҙе маҡтауға лайыҡ ғәмәл.
А. Ғарифуллина.
Читайте нас: