Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2019, 12:55

Үҙ кеше

Тулыбаева Миңлебикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы – Мораҙымда һәр береһенә үҙ кеше. 1982 йылдан алып ауыл фельдшерлыҡ пунктында эшләүсе был мөләйем, һәр саҡ май ҡояшы кеүек йылмайып һүҙ ҡатыусы ханымдың артында тәжрибә тупларға сәбәпсе тиҫтәләгән хеҙмәт йылдары, хәләле, ауыл имамы Рәмил ағай менән бергә үткән матур тормош юлы ята..

Тулыбаева Миңлебикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы – Мораҙымда һәр береһенә үҙ кеше. 1982 йылдан алып ауыл фельдшерлыҡ пунктында эшләүсе был мөләйем, һәр саҡ май ҡояшы кеүек йылмайып һүҙ ҡатыусы ханымдың артында тәжрибә тупларға сәбәпсе тиҫтәләгән хеҙмәт йылдары, хәләле, ауыл имамы Рәмил ағай менән бергә үткән матур тормош юлы ята.
- Белорет медицина училищеһын тамамлағас, бер йыл тыуған ауылым Әбделмәмбәттә эшләнем. Кейәүгә сыҡҡас, эшемде Мораҙымда дауам иттем. Эшләү дәүеремдә 4-се медпунктта ултырам. Быныһы 1985 йылда бригада йортонан ФАП итеп ҡулайлаштырылғайны, ҡыштарын һыуығыраҡ. Әле бына модулле ФАП төҙөйҙәр, шуға ҡыуанысымдың сиге юҡ, - ти Миңлебикә апай.
Ошоға тиклем оҙаҡ йылдар ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән, әле булһа участка һайлау комиссияһының рәйесе булған, ире менән бына тигән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, һәр балаһына тормошта кәрәкле белем алырға ярҙам иткән ауыл уңғаны ул. “Ҡасан атлай алмай башлайһың, шул мәлдә генә һайлау комиссияһынан сығарабыҙ”, тип мәрәкәләйҙәр мине, тип көлә Миңлебикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы.
Ауылдаштары араһында ҡаҡшамаҫ абруйҙы күркәм холҡо, тырыш хеҙмәте менән яулаған ул. Ҡыҙҙарының икәүһе әсәһе юлын һайлаған – медицина юлынан киткән: Лиәләре – район үҙәк дауаханаһында эшләй, Гүзәл “Яҡтыкүл” шифаханаһында физиотерапия медсестраһы. Ләйсәндәре Өфөлә балалар баҡсаһында музыка белгесе.
Иренән уңған – тылы ныҡ, ышаныслы Миңлебикә апайҙың – төнгө саҡырыуҙарға Рәмил ағай бергә йөрөй. Ошолайтып булһа ла хәләленең тынғыһыҙ эшен еңеләйтергә тырыша.
1992 йылдан - юғары категориялы фельдшер, медиктар конкурсында гел призлы урындар яулап, “Үҙ эшенең оҫтаһы” исемен йөрөтөүсе белгес, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары эйәһе М. Тулыбаева – халҡына, ауылдаштарына фиҙакәр хеҙмәте менән яраған, үҙ эшен яратып башҡарған оло йөрәкле, киң күңелле кеше ул.
А. Рәжәпова.
Читайте нас: