Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 16:28

Халыҡ һүҙендә хаҡлыҡ бар

Аҙна район, ауыл хакимиәттәренең отчет йыйылыштары менән башланып китте. 28 ғинуар көнө йыйылыштар - Байғаҙы һәм Әтек ауыл биләмәләрендә, 29 ғинуар Кейекбай ауыл биләмәһендә үтте. Яңы Усман, Байғаҙы, Мәндәғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй ауылдарында үткән осрашыуҙарҙа халыҡ үҙен ҡыҙыҡһындырған, борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Аҙна район, ауыл хакимиәттәренең отчет йыйылыштары менән башланып китте. Бындай осрашыуҙар дүшәмбе көн Әтек һәм Байғаҙы ауыл биләмәләрендә үтте. Унда район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов, уның уранбаҫарҙары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов, ауыл советы депутаттары, ойошма-учреждение, предприятие етәкселәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Биләмә башлығы А. Мәжитов Яңы Усман һәм Байғаҙы ауыл хакимиәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет тотто.
- Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ике ауылда 234 хужалыҡ иҫәпләнә, 969 кеше пропискала тора. Ауыл хакимиәтенең бюджеты 99,5%-ҡа үтәлде. Республика ҡаҙнаһынан төҙөкләндереү өсөн бүленгән  финанс ярҙамы менән ике ауылда ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары туплау урындары эшләнеп бөтөү өҫтөндә. Яңы Усманда 88 мең 400 һумға зыярат кәртәләнде. Байғаҙы ауылы урамы 99 мең 121 һумға таш түгеп тигеҙләнде. Юл паспорты һәм билдәләре алыуға 60 мең һум аҡса үҙләштерелде. Светильник, лампочкалар алыуға 50 мең, иҫәпләү приборҙары ҡумтаһын ремонтлау өсөн 30 мең 238 һум, урамдағы электр уты өсөн 145 мең 912 һум тотонолдо, - тип йыл эсендә башҡарылған ағымдағы һәм төп эштәргә туҡталды ауыл хакимиәте башлығы. Азат Ғәле улы шулай уҡ биләмәгә ситтән ялған алкоголь килтереп һатыуҙы булдырмау өсөн, ике ауылда ла көмөшкә һәм суррогат хәмер һатыусыларға ҡаршы көрәштә ауыл халҡын берҙәм булырға саҡырҙы. Шулай уҡ биләмәлә эттәрҙең былтырғыға ҡарағанда күпкә (170-тән артыҡ) артыуын һәм уларҙың иркен йөрөүен, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәм талаптарын теүәл үтәү кәрәклегенең бөгөнгө көндә үтә мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Айырыуса күп балалы ғаиләләргә йорттарына янғынды иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыуға етди ҡарарға саҡырҙы. 
Район хакимиәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге, алып барылған эштәр һәм киләсәккә маҡсаттар тураһында район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов сығыш яһаны.
Йыйылыштар аҙағында ике ауыл халҡы етәкселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, проблемаларҙы күтәрҙе. Яңы Усманда халыҡ театры исемен йөрөтөүсе мәҙәниәт усағы етәксеһе сәхнәне яҡтыртыу ҡорамалдары һәм күтәргестәр һатып алыуға финанс ярҙамға мохтаж булыуҙарын әйтте. Ф. Бикбулатов ауыл халҡы исеменән ауылға ветеринар, тоҡомло мир үгеҙе кәрәклеген, малсылыҡ буйынса гранттар алыуға ынтылған йәш фермерҙарға һыйыр малын һатып алғанда тоҡомло үгеҙ алыуҙың отошло яҡтары аңлап эшләүҙе, ауыл биләмәһе башлығының ауылда аҙнаһына бер тапҡыр ҡабул итеүҙәр ойоштороуын, ауыл фельдшерына ярты ставкаға булһа ла техник работник биреүҙәрен һораны. Сарала мәктәп етәкселеге тарафынан финанстарҙың тейешенсә һәм дөрөҫ ҡулланылмауы тураһында ла телгә алынды. Шулай уҡ Бетерә күперенән Ташлы йылға эргәһендәге һәм Буҙарған буйындағы 3 боролоштоң һикертмәкле урындарын рәтләү, оло юлға сыҡҡан хәүефле урынды киңәйтеү, Бөрйән-Темәс араһында сикте күрһәткән билдәне күренгән урынға урынлаштырыу кеүек тәҡдимдәр әйтелде.
Байғаҙылар фельдшер-акушерлыҡ пунктының һәм ауыл клубының һыуыҡ булыуына зарланды, уны ремонтлап, йылытыу сараларын күреүҙе һоранылар. МТС бәйләше өсөн вышка урынлаштырыу, ауыл урамына һәм Бөрйән-Темәс юлына асфальт түшәү, ауылды йәмһеҙләп ултырған ташландыҡ хәлендәге райпо магазинын алып ташлау кәрәклеге лә әйтелде. Ике ауыл кешеләрен берҙәй борсоуға һәм ҡайғыға һалған эскелек мәсьәләһе лә күтәрелде. Ауылда йәмәғәт ойошмаларының һәм депутаттарҙың был юҫыҡта бөтөнләй эшләмәүен шелтә менән телгә алып, эйәртенешеп эсеп йөрөгән ауыл йәштәрен спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырырлыҡ саралар үткәреү кәрәклеге әйтелде. Магазин һатыусылары һыраны яҙып бирмәһендәр ине, һыра һатҡан магазиндарҙы ауылда бөтөнләй ябырға кәрәк, МФЦ бинаһында түләүҙәр өсөн терминал урынлаштырып булмаймы, районда йәштәр комитеты эшләй микән, ауыл клубына бильярд алып булмаймы тигән һ.б. тәҡдим-һорауҙар ҙа яңғыраны.
Һорауҙарҙың күбеһенә район хакимиәт башлығы Рөстәм Динислам улы яуап бирҙе, ҡайһы берҙәре контролгә алынды. Мәҫәлән, театр йылы уңайынан Яңы Усман мәҙәниәт йортона 100 мең һум тирәһе финанс ярҙам күрһәтеү, Байғаҙы мәҙәниәт йорто һәм ФАП-ы биналарын йылытыу маҡсатында ремонт эштәре үткәреүҙе ҡарау, Байғаҙы клубына бильярд алып биреү вәғәҙәләнде. 2018 йылдың 3-сө кварталында Байғаҙы һәм Әтек ауылдарында МТС вышкалары ҡуйыласаҡ тигән рәсми яуап алыныуы, бирелгән темпта эш барһа, Байғаҙы урамына асфальт түшәләсәге тураһында ла хәбәр итте район башлығы. Ә бына Урал аръяғы программаһына индерелгән Бөрйән-Темәс юлын реконструкциялау һәм асфальт япма түшәү киләһе биш йыллыҡта бойомға ашырылырына әлегә өмөт юҡ, тине район етәксеһе. Социаль объекттарға яҡын урындарҙа һыра һәм алкоголь продукцияларын һатыуҙы тыйған законға таянып, ауылда һыра һатыуҙы бөтөнләй туҡтатыу мөмкинлеге тураһында бәйән итте. Ауыл сходында кәңәшләшеп, социаль объекттар менән һатыу нөктәләре араһында 500 метр йәки 1 км. һәм унан да күберәк ара урынлаштырып (был юҫыҡта сикләүҙәр юҡ), ауылды һыра һатыу бөтөнләй тыйылған зона итергә була, тиелде. Тик был осраҡта йәшертен һатыусылар менән асыҡ һәм берҙәм көрәшергә кәрәк буласаҡ, тип белдерелде.
Ойошма-предприятиелар эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙарға тейешле хеҙмәт етәкселәре һәм вәкилдәре аңлатма бирҙе. ДРСУ-ның баш инженеры Д. Хәлитов сикте күрһәткән юл билдәһен яңынан урынлаштырыу, хәүефле боролоштарҙың отвод һыҙаттарын ҡарап, был мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышасаҡтары хаҡында әйтеп үтте, ағымдағы йылда Иҫке Собханғол-Темәс автомобиль юлының 11-се-19-сы километрында төҙөкләндереү эштәре башҡарыласағын да хәбәр итте. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин, Яңы Усман ФАП-ында 0,5 ставкаға техник хеҙмәткәр булдырыу мәсьәләһен нормативҡа ярашлы хәл итәсәкбеҙ, тип ышандырҙы.
Һәр хәлдә етәкселәр менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшергә мөмкинлек биргән, фекер-тәҡдимдәрен еткерергә, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуаптар алырға мөмкин булған йыйылыштан халыҡ ҡәнәғәт ҡалды. Ауылдың көнүҙәк проблемаларын ишеткән етәкселәр халыҡ мәнфәғәтендә эшләр тигән ышаныс бар.
А. АҠЫЕВА.
29 ғинуар көнө отчет йыйылыштары Кейекбай ауыл биләмәһендә үтте. 3 ауылда ла көн тәртибенә бер үк мәсьәләләр ҡуйылды: ауыл хакимиәтенең йыллыҡ отчеты менән хакимиәт башлығы Илшат Сәйфетдинов, район хакимиәте башлығының йыллыҡ отчеты менән уның беренсе урынбаҫары Айҙар Әлибаков сығыш яһаны, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе ҡаралғас, халыҡтан һорауҙар ҡабул ителде.
Мәндәғол ауылында күптәрҙе ер мәсьәләһе борсой. Тотонолмаған пай ерҙәрен яңы ғаилә ҡорған йәштәргә, мохтаждарға ҡабаттан бүлеп биреү, ер алыу өсөн ғаризаны дөрөҫ итеп яҙыу, шәхси хужалыҡтар өсөн өҫтәлмә ерҙәр йүнләү кеүек һорауҙар яңғыраны. Һәр һорауға ауыл хакимиәте башлығы Илшат Сәйфетдинов, мөлкәт менән идара итеү комитеты белгесе Илдар Шәрәфуллин яуап биреп барҙы. “Ни өсөн ер 10-ар сутый ғына бирелә? 10 сутый ғына ерҙә ауыл кешеһенә һарай ҙа эшләргә, картуф та сәсергә, өй ҙә һалырға кәрәк бит”, - тигән һорауға Илшат Ғаяз улы: “Аҡ тап” булып торған ерҙе мөлкәт менән идара итеү комитеты, “Землемер” МУП-ы ярҙамында республика аша ауыл еренә әйләндерә алдыҡ. Алдағы йылдарҙа ғаилә ҡорасаҡ йәштәрҙе лә күҙ уңында тотоп, ауыл советы депутаттары минималь майҙан итеп – 5, максималь майҙан итеп 15 сутыйҙы билдәләне. Участкалар мөмкин тиклем күберәк булһын өсөн, күп урында 10-12 сутый ерҙәр формалаштырылған”, - тип яуап бирҙе.
Плафондар ҡуйылып та, һаман бағаналарҙа ут янмауы буйынса ауыл хакимиәте башлығы: “Плафондарҙы тоташтырыу өсөн бөгөнгө көндә электр селтәрҙәре менән килешеү төҙөлдө, закон буйынса мәғлүмәт 10 көнгә дәүләт һатып алыуҙары (госзакупки) буйынса сайтҡа ҡуйылды. 10 көн үткәс, аҡса күсерәсәкбеҙ һәм лампалар тоташтырыласаҡ”, - тип аңлатты. Шулай уҡ, йәш ғаиләләргә ағасҡа сиратты алғараҡ күсереп булмаймы, беренсе балаға 300 мең һумды ниндәй ойошма аша сығарып алып була, тигәнерәк һорауҙар ҙа бирелде Мәндәғолда.
Кейекбайҙа мәктәп төҙөү, асфальт һалыу, ерҙәрҙе дөрөҫләү (уточнение) һәм инвентаризациялау кеүек мәсьәләләр күтәрелде, шәхси һорауҙар бирелде. Бал ҡорттарына чиптар ҡуйыуға бәйле һорауға район ветеринария станцияһы начальнигы Зәбир Аратов: “Чиптарға бөтә мәғлүмәт тә индерелгән була. Ҡайҙалыр бал һатаһығыҙ икән, номерға ҡарап ҡына, был шул ауылдан шул-шул кешенең балы, уның ҡорттары шул ваҡытта шундай эшкәртеү үткән, тигәнерәк мәғлүмәттәрҙе белергә мөмкин. Бал ҡорттарына, малдарға, йорт хайуандарына чиптар һәм биркалар ҡуйыу ҡортто һәм ҡортсолоҡ продукцияһын, малды һатҡанда контроль булһын, хәүефле ауырыуҙарға юл ҡуйылмаһын өсөн эшләнә”, - тине. Шулай уҡ малды һуйғандан һуң ҡолағындағы биркаһының һанын ветеринарға йәки ветеринар хеҙмәткә хәбәр итергә кәрәклеген белдерҙе. Сөнки был мал программанан сығарылмаһа, йәшенә ҡарап, вакцинация кәрәклеген иҫкәртеп торасаҡ.
“Ағасҡа сиратта торғандар электрон сираттан юғалмаймы?” тигән һорауға “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән урмансылығы буйынса бүлеге начальнигы Илшат Ишбулатов электрон сираттан юғалмай икәнен, бүлектән ғаризаның номерын алып, урман хужалығы министрлығының сайтынан ҡарап барырға мөмкинлеген аңлатып үтте.
5 бала әсәһе, 1,5 йыл элек суд приставтары тарафынан картаһы аресҡа һалыныу сәбәпле, иптәшенең әле лә эшләй алмауын, бөгөнгө көндә ғаиләнең 8 мең һум пособиеға ғына йәшәүен, балалар баҡсаһына ла, электр өсөн дә, һалымдар ҙа түләй алмауҙарын һөйләне. Был мәсьәлә буйынса Айҙар Әлибаков хәл итеү юлдарын табышасағын әйтте.
Осрашыуҙа йәнә сүп-сар түгеү өсөн ҡуйылған ҡоролманы мәсет эргәһенән икенсе урынға күсереү буйынса тәҡдим дә әйтелде. Әлегә был ҡоролмаларҙың ныҡлап урынлаштырылмауын, кәрәк икән, икенсе урынға күсереү мөмкинлеген аңлатып, “График билдәләнһә, сүп-сар йыйылып, еҫләнеп ятмаһын, мал туҙҙырмаһын өсөн, ҡалдыҡтарҙы машина килер алдынан ғына махсус урынға сығарып һалһағыҙ, яҡшыраҡ булыр ине”, - тигән үҙ тәҡдимен дә еткерҙе ауыл хакимиәте башлығы.
Ғәҙелгәрәйҙә осрашыуға тулы зал йыйылған ине. Докладтар тамамланғас, бергилке шымып ҡалды халыҡ. Етәкселәр, һорауҙарығыҙ булмаһа, ҡуҙғалабыҙ, тигәс кенә берәм-берәм тороп һорауҙарын бирә башланылар. Атап әйткәндә, ҡасан асфальт булыр, ни өсөн юлға күпләп тоҙ һибәләр, ни өсөн мал һуйыу ҡағиҙәләрен ҡатмарлаштырып, халыҡҡа ауырлыҡтар тыуҙыралар, ҡасан ауылыбыҙҙа ветеринар булыр, колонкалар буйынса кем яуап бирә, йәштәр буйынса ниндәй программалар бар һәм бюджетта эшләмәгән осраҡта ул программаларға эләгеп буламы, киҫкәне техника менән тейәп алырға мөмкинме, тигән һорауҙар күтәрелеп, һәр ҡайһыһына төплө яуаптар бирелде.
М. МЫРҘАҒОЛОВА.
Читайте нас: