Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2019, 17:24

Эт өрә тора, бүре йөрөй тора

Эт өрә тора, бүре йөрөй тораСиттәрҙең, Бөрйәндә ысынлап та айыуҙар урам эсендә йөрөймө, тигән һорауына беҙ, бөрйәндәр, һис икеләнмәҫтән, эйе, тип яуап бирәбеҙ, улай ғына ла түгел, үҙебеҙҙән нимәнелер ҡушып, арттырып, ҡупайып, хатта маһайып һөйләп ҡуябыҙ.Айыуҙарҙың Мәҡсүт ауылы халҡына көҙгө визиттары хаҡында ла яҙғайныҡ. Бүре, төлкөнөң бәғзе ауылдарға саҡырылмай-нитмәй «ҡунаҡ»ҡа йөрөргә яратыуын да ишетеп беләбеҙ.

Эт өрә тора, бүре йөрөй тора
Ситтәрҙең, Бөрйәндә ысынлап та айыуҙар урам эсендә йөрөймө, тигән һорауына беҙ, бөрйәндәр, һис икеләнмәҫтән, эйе, тип яуап бирәбеҙ, улай ғына ла түгел, үҙебеҙҙән нимәнелер ҡушып, арттырып, ҡупайып, хатта маһайып һөйләп ҡуябыҙ.
Айыуҙарҙың Мәҡсүт ауылы халҡына көҙгө визиттары хаҡында ла яҙғайныҡ. Бүре, төлкөнөң бәғзе ауылдарға саҡырылмай-нитмәй «ҡунаҡ»ҡа йөрөргә яратыуын да ишетеп беләбеҙ.
Урам буйлап
бүре эйәртеп...
«Яуымбайҙа Раушанияны бүре ашай яҙған», тигән хәбәрҙе үҙ ҡолағым менән ишетһәм дә, ауыл халҡының сираттағы мәрәкәһе тип ҡабул иттем, сөнки шунда береһе: ”Бүренең үҙен ашар әле ул Раушания, бирешмәҫ” - тип мәрәкәгә борғайны.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәрме әле – әмәлгә ярағандай, бер көн редакцияға Раушания Шәрипова үҙе килеп инде. Теге хәлде һорашмай булдырып булманы.
- Ысын. 14 ғинуар кисе, төн, тиһәң дә була инде, унынсы яртылар тирәһендә урамға һауа һулап инәйем тип сыҡтым. Урамда йөрөп, үҙебеҙгә табан йүнәлгәс, артҡа боролоп ҡараһам, бер ҙур эт килә ята. Ауылға берәй атлы ҡунаҡ йә мосафир этен эйәртеп килгәндер, бәлки, Ҡыпсаҡ яҡтары тағы беҙгә «күстәнәс»кә эт һелтәп киткәндер, тип уйлай ҡуйҙым. Сөнки өйөбөҙ ферма яғында булғас, ошо ергә гел берәҙәк эт, бесәйҙәрҙе ташлап китәләр, хатта тоҡлап бесәй балаларын ҡалдырып китеүсе йәнһеҙҙәр булды...
Яйлап килә торғас, был тамам миңә килеп терәлде бит. Ҡулымды еҫкәп–еҫкәп ала. Гриптан һаҡланыу маҡсатында һарымһаҡ ашап сыҡҡайным, шуның еҫен һиҙә хайуан, тип уйлайым. Телефондан һөйләшә-һөйләшә атлап, өй яғына боролдом. Боролор ерҙә был минең ҡаршыма сығып туҡтап ҡалды. Шул арала нишләптер кеҫә телефоным ергә, ҡар араһына төшөп китте. Тиҙ генә ала һалып, һүнергә өлгөргән телефонды ҡабыҙып алдым – бәй, шунда саҡ аңғарҙым тегене – эт түгел бит, елле бүре. Яйлап ҡына ҡапҡа яғына артым менән шылыштайым. Шул ике арала нимәгәлер эләгепме, ҡурҡыштанмы, артҡа салҡатан ҡолап киттем. Тубыҡтарҙың ауыртыуын онотоп, йәһәтләп тора һалдым. Минең йығылғанды күргән бүре ырғырға ынтыла биреп ҡуйҙы... Йөрәгем өҙөлөп төштөмө ней... Ҡот осто. Урам яңғыратып: “Бүре! Бүре!” тип ҡысҡырам. Бер ҡул менән ҡапҡаның тимерен һәрмәп асыр китәм, тубыҡ менән йәнасыҡҡа ҡапҡаны типкеләйем. Атай-ботай итеп ҡапҡаны асып индем. Тын алырға ла онотоп торам. Әсәйем, минең ҡысҡырғанды ишетһә лә, сыға алмаған, сөнки аяғында саҡ йөрөй, инвалид. Алкаштарҙы күреп ҡысҡырғанһыңдыр, тип уйланым, тей аҙаҡ, етмәһә. Күрше Асия инәй мин ҡысҡырғанға тәҙрәнән тышҡа ҡараған, ул да эт тип уйлаған. Һуңынан өйгә инеп, хәл алып, һәнәк тотоп күрше Рифҡәткә барҙым. Эҙен ҡараныҡ – яҫы устай. Ферма яғына киткәндер, тинек.
Ауылда бер бүрене сәнсеп алғандар. 16 ғинуарҙан 17-һенә ҡараған төндә, сәғәт 2 менән 3 араһында, тағы бүре олоно. Ауыл тирәһендә 5 бүре йөрөй, тиҙәр.
Ни булһа ла, бер үлемдән ҡалынды, ауыл урамында эт тип бүре эйәртеп, уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып тор әле, - ти Раушания.
Бүре, Айнур һәм башҡалар...
Борон суҡмар менән бүре һуғып алғандар, тигәнен ишетеп үҫтек. Бөгөн дә суҡмар уҡ булмаһа ла, һәнәк һабы менән бүрене дөмбәҫләп алыусылар бар. Яуымбай уҙаманы Айнур Хәйбуллин - ошондай аусылар иҫәбендә...
«Раушанияға эйәреп йөрөгән теге бүрене һин алған тип ишеттек», тигәс, Айнур көлөп яуап бирҙе: ”Ул бүрегә «мин Раушанияға һөжүм иттем», тип яҙылмаған ине...”
Хәл иһә былай була.
- 15 ғинуар көнө иртәнге етеләр тирәһендә эт сыйылдағанға сыҡтым. Ҡапҡа асыҡ түгел ине. Беҙҙең өй Мәһәҙей яғынан килгәндә урман эсендәрәк. Урамдағы бағаналарҙа ут минең эргәлә, Фәһим ҡусты эргәһендә, мәсет янында бар. Ҙур фонарь менән яҡтыртып, һарай, урман, урам яғын ҡарап сыҡтым – бер нәмә лә күренмәй. Кире һарай яғына боролоп барһам, урамдан, Фәһим ҡустылар яғынан, бүре килә ята, миңә иғтибар ҙа итмәй. Уны яндап сыйылдап-өрөп минең эт килә. Бүре һарай яғына үтте. Уның артынан һәнәк тотоп киттем. Бер һыйырға ынтылды был. Фонарь менән күҙенә яҡтырттым да, тегенең башына бер-ике тондорҙом. Ҡолап киткәс, туҡмай башланым. Һыйырға ынтылмаһа, теймәй, ҡыуып сығарырмын, тигәйнем. Ул арала Фәһим ҡусты, күршеләр килеп етте. Аҙаҡ ветеринарҙар килеп ҡараны. Үлгән бүрене яндырҙыҡ, ҡоторған бүре түгел, тинеләр.
Фәһим Хәйбуллинда эшләгән Әсҡәт Шәйхуловҡа урам буйлап эйәреп килгән был бүре. Әсҡәт Фәһим ҡустыларға инеп ҡасҡан. Хәҙер урамда балаларға түгел, беҙгә, оло кешеләргә, йөрөү ҡурҡыныс, - ти Айнур Мөхәмәт улы.
Эйе, мәрәкә мәрәкә менән, әммә урман йыртҡыстарының ауыл урамдары буйлап ирәйеп йөрөүе, кешенең ҡапҡаһына, һарайына саҡырылмаған ҡунаҡ булып килеүе хәүефле хәл.
Балаларға тап булып ҡуймаһын инде.
А. Ғарифуллина.
Айрат Салауатов, Байназар ауыл биләмәһе башлығы:
- Раушания менән булған осраҡҡа тиклем үк мин Яуымбайҙа булдым – бүре тураһындағы хәбәрҙе ишеткәс тә Яуымбайға сыҡтым. Раушания Шәриповаға эйәреп йөрөгән нәмә бүре булдымы, этме – белмәйем... Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы ла, һунарсылар ҙа килде. Бүрене үҙ күҙем менән күрҙем, фотоға төшөрөп алдым, Яуымбай боролошонда машинам менән төкөтөп тә ҡараным. Машинамды йәлләнем – иҫке булғанда нығыраҡ төкөтөргә булыр ине... Аҙаҡ Айнур Хәйбуллин сәнсеп алды бүрене. Ветеринарҙар шундуҡ, ҡоторғанмы-юҡмы икәнен тикшереп тә тормай, яндырттырҙы.
Ауылдағы бағаналарға өҫтәмә лампочкалар ҡуйылды, элек Яуымбайҙа 15-16 бағанала ут янһа, хәҙер 33 бағанала яна.
Читайте нас: