Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2019, 17:34

Радий Хәбиров Учалылағы фажиғә тураһында: “Был фажиғә - кешеләрҙең эскелеге эҙемтәһе”

Күптәр хәбәрҙарҙыр: ғинуарҙың 13-өнә ҡараған төндә Учалыла ҡанлы фажиғә булған. 35 йәшлек ир үҙенең ҡатынына мылтыҡтан атҡан. Яраланған ҡатын ярҙам өмөт итеп күршеләренә йүгергән. Ир уны юллап барып, инде күршеләренең йортонда ҡанлы фажиғә ойошторған: ауыл йәме булған татыу, матур, талантлы ғаилә парҙарын атҡан. Ҡатын кеше (Брәтәк ауылы ҡыҙы, йырсы Гөлсиә Хилажева) шунда уҡ йән биргән, ире ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Артабан ҡыҙып алған мылтыҡлы ир ярҙамға ташланған күршелә йәшәгән полиция майорын атып үлтергән. Унан инде ҡатынын баҫтырып тотоп атып үлтергәндән һуң, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Иң аяныслыһы шул – 7 бала етем ҡалған.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, был фажиғәнең сәбәбе – эскелек. Республика халҡы һаман да байрам кәйефенән сығып бөтмәгән, тап шул трагедияға юл асҡан да инде.
Радий Фәрит улы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шулай уҡ республикала алкоголгә бәйле хәлдең хөртәйеүен билдәләгән. Ул килтергән статистиканан күренеүенсә, 2018 йылда республикала алкоголь менән ағыуланып үлеүселәр һаны бермә-бер артҡан. Р. Хәбиров ошо йүнәлештә эшләүсе ведомстволарға был мәсьәләгә ныҡлап тотонорға бойорған.
«Bash.news»
сайтынан алынды.
Читайте нас: