“Журналист һөнәрен алыштыра” форматында үтәсәк сараға күптән әҙер булһам да, тулҡынланыу тойғоһо ташламаны. Әлбиттә, миңә полиция хеҙмәткәрҙәре формаһын кейергә лә, бер һелтәүҙә автомобилдәрҙе юлда туҡтатҡан “тылсымлы таяҡ” менән эш итергә лә яҙманы. Тоғро дуҫым - фотоаппаратым менән юл - патруль хеҙмәткәрҙәре эшен күҙәтеү, ишеткән-күргәнде теркәп йөрөү ҙә был һөнәр эйәләренә ҡарашымды ҡырҡа үҙгәртте. Хәйер, барыһын да баштан башлау яҡшы булыр.