Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2019, 17:37

Эскелектән фажиғәгә бер аҙым

Блиц-һорау:Бик күп бәхетһеҙлектәрҙең, фажиғәләрҙең төп сәбәбе – эскелек. Учалылағы ваҡиға йәндәрҙе тетрәтте. Был заман афәте менән көрәшеү өсөн ниндәй саралар, ысулдар тәҡдим итер инегеҙ?

Блиц-һорау:
Бик күп бәхетһеҙлектәрҙең, фажиғәләрҙең төп сәбәбе – эскелек. Учалылағы ваҡиға йәндәрҙе тетрәтте. Был заман афәте менән көрәшеү өсөн ниндәй саралар, ысулдар тәҡдим итер инегеҙ?
К. Ҡотлобаева,
Байназар ауылы:
- Беҙҙә хәҙер һәр бер йылдың исеме бар. Былтыр Ғаилә йылы булды. Беҙ шул йылға ғына иғтибарҙы көсәйтәбеҙ ҙә башҡа мәсьәләләрҙе бер аҙ икенсе планға күсерәбеҙ һымаҡ. Эскелек тә шул ғаиләгә туранан-тура бәйле бит инде. Шуға күрә дәүләт кимәлендә ғаиләгә ҡағылышлы күпйыллыҡ проект булдырыу үҙен аҡлар ине, тип уйлайым. Ғөмүмән, минеңсә, дәүләт кимәлендә ниндәй генә яҡшы проекттар, ҡарарҙар ҡабул ителһә лә, әгәр ул дини нигеҙгә таянмаһа, утопия була. Мәҫәлән, ислам динендә бөтәһе лә бар: ғаилә мөнәсәбәттәре, ир кешенең, ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары һ.б. Айыҡлыҡҡа дин аша, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу аша ғына өлгәшергә мөмкин. Диндә, әйтәйек, ғаилә ағзаларының бурыстары аныҡ билдәләнгән: ир кеше ғаиләһе өсөн матди байлыҡ табырға, уларға терәк булырға тейеш, ҡатын-ҡыҙ ир тапҡанды тәләфләмәй тотонорға бурыслы.
Ә беҙҙә... Тотош донъяһын ҡатыны елкәһенә йөкмәтеп, эске менән булышып йәшәүсе ир-аттар ҙа юҡ түгел...
Хоҙай бер мәл 40 мең кешеһе гонаһлы булған 100 меңлек ҡәүемде юҡ иткән. “Ә ҡалған 60 меңе гонаһһыҙ булған бит, ниңә уларын да юҡ иттең”, тигәс, гонаһһыҙҙар күберәк булған бит, ниңә гонаһлыларын тыймағандар, тигән яуап ишетелгән... Бөгөн беҙ ҙә бит эскелекте күрмәҫкә тырышабыҙ. Мөнәсәбәт боҙорға теләмәйбеҙ. Ә бит мөнәсәбәттәрҙе боҙмай ғына, аҡыл менән эшләргә була быны. Кешене кәмһетмәй, хикмәт менән тәрбиәләү отошлораҡ. Боронғолар тап шулай итте бит. Миҫалға үҙемдең бала саҡты килтерә алам. Әсәй әрләһә, ҡарышҡы килә ине. Ә өләсәй әрләп тормай, һиңә әйләнеп тә ҡарамай ғына хикмәтле мәҡәл әйтеп ҡуя. Был нимә әйтергә теләне икән тип уйлана башлайһың.
Уның мәҡәлле һабаҡтары тормошта ныҡ ярҙам итте. Мәҫәлән, ололар хәбәренә ҡыҫыла башлаһам, ҡыҫылма, тип екермәне, ике айғыр тибешкәндә тайҙың аяғы һынған, ти, тип кенә ҡуя ине. Йәки ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған, ти. Инер ишегеңде ныҡ япма тигәне лә тотош бер аҡыл бит. Өләсәйҙәр мәктәбе бик ҙур педагогик мәктәп булған. Бөгөн ошо күсәгилешлек өҙөлә бара һымаҡ. Өләсәйҙәр, олатайҙар тәрбиәһе бик кәрәк бөгөнгө йәштәргә.
С. В. (ауылын күрһәтергә теләмәне):
- Һәр ауылда ла аҡыллы, тырыш, айыҡ аҡыл менән эш иткән ир-уҙамандар бихисап. Ауылы берҙең ҡәүеме бер, тиҙәр бит. Шундай ир-егеттәрҙән аҡһаҡалдар ҡоромо, ир-аттар советымы ойоштороуҙан башларға тәҡдим итәм эште. Ағинәйҙәр бит, нигеҙҙә, йырлап-бейеп йөрөүсе ойошма. Эсеп йөрөгән, ғаиләһендә янъял ҡуптарырға әүәҫ ирҙәрҙе ирҙәр саҡырып алып, кәңәш биреп, әҙерәк аҡыл күндерһә, үтемлерәк булмаҫ инеме икән. Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренән иҙелеп, туҡмалып йәшәй. Шундай саҡта ҡайҙан ярҙам эҙләргә? Был заман афәте менән ҡатын-ҡыҙҙар ғына көрәшә алмай, ир ҡулы, ир аҡылы кәрәк. Әүҙемерәк булығыҙ, ирҙәр, халҡыбыҙ ҡырылып бөтөп бара бит, тип саң ҡаҡҡы килә бөгөн. Хәйер, ирҙәр генә лә түгел, бала ғына ҡосор әсәйҙәр ҙә шешә ҡосаҡлап йөрөй.
Тик, әгәр советмы, ҡормо төҙөлә икән, исем өсөн генә булмаһын ине, уның эшен контролдә тотҡан кеше кәрәк.
Тик бер ауыл кешеләре, ғәҙәттә, бер-береһе менән яманатлы булмаҫ өсөн ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Үҙебеҙ был тоҙаҡҡа эләкмәһәк тә, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ эләгеүе ихтимал икәнлеген онотмайыҡ.
Р. Көмөшбаев,
Байғаҙы ауылы:
- Эскелек менән көрәшмәйенсә булмай. Хәҙер барыбер ҙә беҙҙә көмөшкә ҡыуыусылар бөттө тиерлек. Тик һыранан ҡотолоп булмай инде. Эскелектән ҡотолоу өсөн сәләмәт тормош рәүешен әүҙемләштереү шарт. Мәҫәлән, ауыл клубтарында шахмат, шашка, домино, бильярд мотлаҡ булырға тейеш. Урам байрамдары, төрлө ярыштар үткәреү ҙә халыҡты берләштерә. Шахмат турнирҙары ла үткәрергә була. Йәштәр ниңәлер әүҙем түгел хәҙер, уларҙы ҡыбырлатыуы ҡыйын. Йәнә уларҙың үҙ мәлендә башлы-күҙле булыуы ла мөһим.
Ф. Сәйфетдинов,
Әбделмәмбәт ауылы:
- Эскелек менән көрәшеп булмай. Эскелек аҙағы – үлем. Тик эскән кешеләр үҙҙәрен эскесе тип иҫәпләмәй. Йәшермәйем, мин дә эстем заманында. Ләкин эскелек арҡаһында эш ҡалдырып, кемгәлер этлек ҡылып йөрөлмәне, шөкөр. Рюмкәне ҡулыма ла алмағаныма хәҙер 16 йыл. Эсеү теләге бөтөнләй юҡ.
Эскән кешегә аҡыл өйрәтеп маташыу ҙа урынһыҙ – һүҙ уның аңына барып етмәй, сөнки унда бер генә теләк – ҡайҙан табып эсергә. Фәһем ала белгән кеше эсмәй бит ул, эскәне лә ташлай. Эскеселәр донъя менән хушлаша тора, урындарына яңылары тыуа тора.
Йәштәр бит хәҙер элекке кеүек йырлап-бейеп күңел асмай, күптәре төнө буйы эсеп сығалар. Ата-әсәһе эскесе булһа ла, эске менән булышмаған йәштәр бар. Тимәк, ғаиләлә тәрбиә алмауға ла тулыһынса япһарып булмай. Ҡыҫҡаһы, эсеүҙе ташлау, эсмәү кешенең үҙенән генә тора.
Читайте нас: