Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2019, 13:51

Дәүләт хеҙмәттәре - электрон форматта

Бөгөнгө тормошто интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Был юҫыҡта көндән-көн офоҡтар киңәйә - яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Белешмә-мәғлүмәт сайты булараҡ асылған дәүләт хеҙмәттәре порталы менән ҡулланыусылар һаны ла артҡандан-арта бара. Был порталдың уңайлыҡтары, уға теркәлеү нескәлектәре хаҡында район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, туризм буйынса урынбаҫары Ғәзиз Манапов һөйләй.

Бөгөнгө тормошто интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Был юҫыҡта көндән-көн офоҡтар киңәйә - яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Белешмә-мәғлүмәт сайты булараҡ асылған дәүләт хеҙмәттәре порталы менән ҡулланыусылар һаны ла артҡандан-арта бара. Был порталдың уңайлыҡтары, уға теркәлеү нескәлектәре хаҡында район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, туризм буйынса урынбаҫары Ғәзиз Манапов һөйләй:
- Дәүләт хеҙмәттәре порталының (http://www.gosuslugi.ru) маҡсаты – халыҡҡа, учреждениеның үҙенә бармайынса һәм сиратта тормайынса, өйҙән генә ултырып ғаризалар биреү, электрон хеҙмәттәр алыу мөмкинлеген булдырыу. Бының өсөн тәғәйен урындарға барып, ғариза тултырырға һәм теркәү үтергә кәрәк. Районда ундай урындар бер-нисәү: район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге, күп функциялы үҙәк, эске эштәр бүлексәһенең миграция пункты, пенсия идаралығы. Теркәү процедураһы үтеү өсөн паспорт, СНИЛС һәм телефон кәрәк. Өйҙә теркәү үткәндәргә лә ошо үҙәктәргә барып раҫлатырға кәрәк. Теркәүҙе паспорты булған һәр Рәсәй гражданы үтә ала.
Был портал күп кенә уңайлыҡтар тыуҙыра: 1) сиратта торорға кәрәкмәй (мәҫәлән, водитель танытмаһын алыштырыу өсөн йәки имтихан тапшырыу өсөн алдан уҡ уңайлы ваҡытҡа яҙылып ҡуйырға мөмкин);
2) портал аша ғариза биргәндә дәүләт пошлинаһы түләүҙәренә ташламалар ҡаралған. Хакимиәт аша теркәлгәндә 30% ташламалар бар;
3) юл йөрөүҙәргә ваҡыт һәм аҡса сарыф ителмәй.
Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бик күп эштәрҙе башҡарырға, мәҫәлән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының штрафтарын тикшерергә һәм түләргә, һалым буйынса бурыстарҙы белергә һәм түләргә, баланы балалар баҡсаһына сиратҡа яҙырға, Рәсәй паспортын алыштырырға, белешмә алыр өсөн ғариза бирергә, сит ил паспортын юлларға, йәшәү урыны буйынса теркәлергә, хөкөм ителеү-ителмәү тураһында белешмә йүнләргә, транспорт сараһын теркәргә, “Көндәлек.ру” сайтына (http://dnevnik.ru) инеп, ғаиләләге бөтә балаларҙың да өлгәшен ҡарарға, пенсия иғәнәләрен тикшерергә мөмкин.
(Аҙағы 2-се биттә).
(Аҙағы. Башы 1-се биттә).
Әлеге көндә күп функциялы үҙәктә иң күп сираттарҙы булдырыусы хеҙмәтләндереү төрҙәре - социаль пособиелар һәм социаль стипендиялар юллау. Тик әлегә ни өсөндөр бер аҙым ғына аҙағына тиклем хәл ителеп бөтөлмәгән - ғаризаны электрон форматта биргән хәлдә лә, паспортты һәм балаларҙың таныҡлыҡ-паспорттарын Белоретҡа алып барып күрһәтергә кәрәк. Киләсәктә ошо хеҙмәтте лә электрон форматҡа күсерерҙәр һәм күп функциялы үҙәктәге сираттар кәмер тип уйлайбыҙ.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында 7 электрон хеҙмәт төрө республикала өҫтөнлөклө тип билдәләнгән:
1. Капиталь төҙөлөш объекттарын төҙөүгә, реконструкциялауға рөхсәт алыу;
2. Торлаҡ өсөн тәғәйенләнгән бинаны торлаҡ өсөн тәғәйенләнмәгән итеп йәки торлаҡ өсөн тәғәйенләнмәгән бинаны торлаҡ өсөн тәғәйен итеп күсереү тураһында ҡарар алыу;
3. Торлаҡ өсөн тәғәйенләнгән бинаны ҡайтанан ҡороу һәм (йәки) планировкаһын үҙгәртеүгә килешеү тураһында ғариза биреү һәм документтар алыу;
4. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә тороу;
5. Башҡортостан Республика-һының муниципаль берәмеге биләмәһендә реклама конструкцияһын ҡуйыуға рөхсәт алыу;
6. Балаларҙы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының йәки муниципаль урта белем биреү учреждениеларына индереү;
7. Балалар баҡсаһына яҙылыу.
Ошо хеҙмәттәрҙең барыһын да электрон форматҡа күсереү этабында барабыҙ. Уны үтәү өсөн район хакимиәте тарафынан юл картаһы эшләп йөрөйбөҙ, ауыл хакимиәттәрен һәм ойошмаларҙы иҫкәртеп, график буйынса биләмәләргә сығып теркәү үтмәгән граждандарҙан ғаризалар, СНИЛС һәм паспорт номерҙарын ҡабул итеп, теркәү процедураһын ҡулайлаштырырға йыйынабыҙ. Һәр кешегә уңайлы булһын өсөн ғариза алабыҙ ҙа, хакимиәттә теркәү үткәреп, смс менән хәбәр итәбеҙ. Компьютерҙы, заман технологияларын аңлап етмәгән оло йәштәге райондаштарҙы теркәү буйынса балалары ярҙам итер тип өмөт итәбеҙ.
Халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә яңы функция эшләй башланы: дәүләт хеҙмәттәре порталы аша уларҙың сайтына инһәң, ниндәй социаль ярҙам сараларына хоҡуҡтарың бар икәнен күрһәтә. Был бик һәйбәт яңылыҡ, сөнки үҙҙәренең ниндәй хоҡуҡтары бар икәнен белмәүселәр булырға мөмкин.
Киләсәктә бөтә төр хеҙмәттәрҙе лә электрон форматҡа күсереү күҙаллана, был заман талабы, шул талапҡа яраҡлашып, интернет, компьютер менән дуҫ булып эшләргә, йәшәргә саҡырабыҙ.
М. Мырҙағолова
яҙып алды.
Читайте нас: