Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2019, 11:43

Урмандарға инһәң, киҫкә киҫһәң...

2019 йылдың 1 ғинуарынан халыҡҡа утын өсөн урмандағы йығылған ағастарҙы рөхсәтһеҙ алыу хоҡуғы бирелә. Ғәмәлдә эштәр нисек тора һуң? Социаль селтәрҙәрҙә ниңә был законға ҡағылышлы ығы-зығы тынмай? Беҙҙең редакцияға килгән хаттар ҙа шуға дәлил. “Халыҡ трибунаһы”нда был юлы ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар эҙләйбеҙ.

2019 йылдың 1 ғинуарынан халыҡҡа утын өсөн урмандағы йығылған ағастарҙы рөхсәтһеҙ алыу хоҡуғы бирелә. Ғәмәлдә эштәр нисек тора һуң? Социаль селтәрҙәрҙә ниңә был законға ҡағылышлы ығы-зығы тынмай? Беҙҙең редакцияға килгән хаттар ҙа шуға дәлил. “Халыҡ трибунаһы”нда был юлы ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар эҙләйбеҙ.
Кешегә күпме утын кәрәк?
Беҙҙең Бөрйән районы тотошлайы менән урман-тау зонаһына инә. Тауҙар һәм унда үҫкән һәр үҫемлек беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм байлығыбыҙ була алыр ине. Тик әлегә ғорурланырлыҡ урын юҡ. Ижтимағи-сәйәси ҡоролош ҡырҡа үҙгәреү арҡаһында беҙ бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ: ерҙәр федералдыҡы, йылға-инештәр, тау-таштар, ер аҫты һәм өҫтө байлыҡтары – барыһы ла федералдар ҡулында. Л. Толстойҙың “Кешегә күпме ер кәрәк?” тигән хикәйәһендәге һымаҡ, 2 кв. метр ер генә һинеке әлегә. Тик уныһына ла киләсәктә хаҡ ҡуйылыуы ихтимал.
Депутатыбыҙ Зариф Байғусҡаров былтыр ҡыуаныслы һөйөнсөһө менән өмөтләндереп: “Ел-дауыл йыҡҡан, ҡартайып ауған ағастарҙы бушлай утынға алырға хоҡуҡ биреләсәк”, - тигәйне. Ләкин бөгөн килеп, урмандан утынға тип серегән-бурһыған, ағастан өҙөлөп төшкән ботаҡ-сатаҡты ғына алып ҡайтырға мөмкин, тиҙәр. Тик урманға балта-бысҡыһыҙ барыу шарт икән. Тимәк, терһәк буйы ботаҡтарҙы йыйып, бергә бәйләп, арҡаңа йөкләп ҡайтырға ғына мөмкин буласаҡ килеп сыға түгелме?
Ҡасандыр халҡыбыҙ ер-һыу өсөн күпме яу сапҡан, ғүмерҙәрен биргәндәр. Беҙ ошоға тиклем ата-бабалар һаҡлап килгән аҫабалыҡ хоҡуғы арҡаһында милләт, кеше булып йәшәп килдек. Ә хәҙер беҙ - электорат, халыҡ массаһы...
Күптәр хәҙер газ яға һәм уның өсөн ай һайын кәмендә 2-3 мең һум аҡса түгә. Өйҙәрен мейес менән йылытыусылар кәмендә 3-4 машина утын яғалар. Ә утындың хаҡы, утындары кузовынан саҡ ҡына күренеп торғаныныҡы ла – 5-6 мең һум. Әлбиттә, утын менән сауҙа итеүселәргә лә бигүк рәхәт түгел: бензин, май, мотобысҡы, делянка кәрәк.
Бөтә был яҙғандар айсбергтың күренгән өлөшө генә. Ә аҫта күпме мәшәҡәт-сығымдар ята. Кеше аптырап кредитҡа бата, Себергә китә. Үҙ хәлебеҙ хаҡында үҙебеҙ саң һуҡмаһаҡ, беҙгә кем ярҙам итер?!
Вәкәләтле етәкселәрҙең яуабына өмөтләнеп:
Рәис Ҡарағолов.
Буш вәғәҙә булдымы?
“Беҙҙең Бөрйән ҡуйы урман” тип йырлайҙар. Ҡуйылығын ҡуйылыр, бәлки, тик беҙҙеке генә түгел шул. Хәйер, ҡуйы тигәне лә уйландыра. Аҡсалы кешеләр аяуһыҙ ҡырҡалар бит. Шулай булһа ла, утын беҙҙә бик ҡиммәт. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе туғаным күптән түгел бер машина утынды 3 мең һумға алған, ә беҙҙә бер машина утын 5 мең һум.
Төп һүҙем йыл башынан ингән яңы закон тураһында. Үткән йыл халыҡты, яңы йылдан урмандарҙағы ҡороған ағастарҙы (сухарь) рөхсәтһеҙ ҙә алып буласаҡ, тип ҡыуандырғайнылар. Ә, ғәмәлдә, был дөрөҫлөккә тап килмәй булып сыҡты. Баҡтиһәң, ҡороған ағас алыу өсөн урманға барғанда үҙең менән бысҡы-балтаң булырға тейеш түгел икән. Ә бит ҡороп йығылып ятҡан ағасты ла машинаға шул килеш тейәп булмай, бысып тейәргә кәрәк. Сыбыҡ-сабыҡты йыйыу өсөн айырым закон кәрәкмәй инде ул.
Яңы йылдан сухарь алып ҡоро утын яғып рәхәтлә-нербеҙ, тип йөрөй ине халыҡ, уныһы ла буш имеҙлек булып сыҡты. Булмаҫтай нәмәне, халыҡты апһатып, вәғәҙә итмәҫ кәрәк ине ул. Ғөмүмән, күп закондар бит беҙҙә ябай халыҡ мәнфәғәтендә түгел. Аҡсалы кешеләр өсөн күп закондар. Шул уҡ аҡсалы кешеләр һыҙырып урмандарҙы ҡырҡа, һата, байый, ябай халыҡ ҡороған ағас өсөн дә зар булып ултыра. Үҙгәрерме был хәл, юҡмы?
Марат Кәримов,
отставкалағы өлкән мичман.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яуап бирә:
Күп һанлы мөрәжәғәттәр менән бәйле, Башҡортостан халҡы иғтибарына 2019 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән “РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль законды ҡулланыу буйынса аңлатма биреүҙе кәрәк тип һанайым. Закон граждандарға үҙҙәренең шәхси ихтыяжы өсөн киҫкәләрҙе бушлай һәм рөхсәтһеҙ файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Нимә ул киҫкә (валежник)?
Киҫкә – ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағастар.
Киҫкәләрҙе алыу өсөн кемдән рөхсәт һорарға?
Киҫкәне йыйыуға һәм уны алып ҡайтыуға һәр бер кешенең хоҡуғы бар. Бер кемдән дә ризалыҡ һорап йөрөргә кәрәкмәй. Урман хужалығының рөхсәте (уведомлениеһы) мотлаҡ түгел. Минең ҡарамаҡҡа, шулай ҙа уларҙан уведомление булһа, насар түгел. Шылтыратып булһа ла, мин шул ерҙә ҡоро ағас әҙерләйем, тип урманға юлланыуығыҙ тураһында хәбәр ҡалдырырға мөмкин. Сөнки урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа утын әҙерләнеүе хаҡында белергә тейеш.
Урманға киҫкә алырға барғанда үҙең менән балта һәм бысҡы алып барырға мөмкинме?
Эйе, мөмкин. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Сөнки ергә ҡолаған ағасты тейәп алыу өсөн уны өлөштәргә бүлергә кәрәк.
Киҫкәне йылдың ҡайһы миҙгелендә әҙерләргә мөмкин?
Киҫкәне йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә алырға мөмкин. Тик янғын хәүефе менән бәйле урмандарға махсус режим индерелгән ваҡытта ғына ярамай.
Киҫкәне ниндәй урмандарҙа әҙерләргә ярамай?
Бөтә урмандарҙа ла мөмкин. Бары тик урман ҡырҡыу, алдан әҙерләнгән ағасты һаҡлауға һалыу урындарында ғына ярамай.
Шуға иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә, БР Урман хужалығы тарафынан 2018 йылдың 26 декабрендә үҙенең территориаль подразделениеларына ебәрелгән хат кире ҡағылды һәм ул ҡулланылырға тейеш түгел. Бөгөнгө көндә министрлыҡтарға законды ҡулланыу буйынса яңы хаттар ебәрелде. 12 ғинуарҙа БР Урман хужалығы министры һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашыу ваҡытында үрҙәге мәсьәләләр килешелде.
Урманға киҫкә әҙерләү өсөн барыусыларға үтенәм: бер ниндәй сәбәп менән дә тере, үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмаҫҡа, урман үҫентеләренә зыян килтермәҫкә кәрәк.
Барығыҙға ла мәғлүм, үҫеп ултырған ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, айырым осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға бәйле, енәйәт яуаплылығы ла ҡулланылыуы ихтимал. Йәнә йығылып ятҡан ағасты алғанда уның кипкән ботаҡтарын урманда ҡалдырмауығыҙҙы һорар инем, сөнки улар урманды бысратып ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра.
Был закон ауыл кешеләренә айырыуса кәрәк, тип һанайым. Сөнки йығылған ағастарҙың олоно утын итеп файҙаланылыуҙан тыш, хужалыҡта бағаналарҙы алыштырыу һәм башҡа ихтыяждар өсөн ҡулланылырға мөмкин.
Был законды индергәндә һәм уны ҡабул иткәндә ҡаршы кешеләр күп булды, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла. Улар ауыл кешеләренең ихтыяждары, көнитмеше тураһында белмәйҙәр.
Киҫкә әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр килеп тыуһа, миңә түбәндәге адрес буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.
Ҡабул ителгән закон эшләйәсәк!
* * *
Камил Ҡурамшин, БР-ҙың “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән урмансылығы буйынса бүлегенең урманды ҡурсалау һәм һаҡлау буйынса инженеры:
- Киҫкә - ул төбөнән сереп йығылған ағас йәки ағастың дауылдан, ҡарҙан, зарарлы организмдарҙан һынып төшкән өлөштәре. Киҫкәгә барғанда йығылмай ҡороп ултырған ағасты йығырға, тамыры менән әйләнеп ятҡан ағастарҙы, делянкаларҙағы бысҡандан һуң ҡалған ағас ҡалдыҡтарын алырға ярамай.
Pедакциянан: Был темаға нөктә ҡуйылмай. Уның буйынса артабан да һорауҙар тыуһа, гәзит биттәрендә аңлатмалар биреп барырға тырышырбыҙ.
Т. СӘЙФЕТДИНОВА әҙерләне.
Читайте нас: