Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2019, 16:02

Ололарҙы ололанылар

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов районда йәшәүсе һуғыш ветеранда-рының өйҙәренә барып, уларҙың хәл-әхүәлдәрен белеште, Яңы йыл менән ҡотланы.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов районда йәшәүсе һуғыш ветеранда-рының өйҙәренә барып, уларҙың хәл-әхүәлдәрен белеште, Яңы йыл менән ҡотланы.
Районда бөгөн ике генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй – Гөлгизәр Изгина менән Абдулла Ваһапов. Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы 95-ен ҡыуа. Абдулла Ноғоман улы ошо көндәрҙә үҙенең 93 йәшен билдәләне. Уны тыуған көнө менән ҡотлап, рух ныҡлығы, сәләмәтлек теләйбеҙ. һәр яңы көн тик шатлыҡтары менән генә килһен. Утты-һыуҙы кисеп, иң ауыр мәлдәрҙә ил өсөн ҡалҡан булған яугирҙәрҙе ил хөкүмәте хәстәренән айырмай. Улар бөгөн балалары, яҡындары ҡурсауында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Район етәксеһе ветерандарға оҙон һәм бәхетле ғүмер теләп, райондаштарының улар менән ғорурланыуын белдерҙе. Эйе, ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Читайте нас: