Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2018, 13:37

Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек тураһында оноторға ярамай

Нисек ял итәбеҙ?Башҡортостан халҡы ла, рәсәйлеләр кеүек үк, 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем 10 көн рәттән ял итәсәк. 29 декабрҙәге ял көнө 31 декабргә, дүшәмбегә, күсерелә, 29 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Иң матур боҙ ҡаласығы өсөн ярты миллион һум бирәсәктәр



Республика етәкселеге иң матур Яңы йыл ҡаласығына конкурс иғлан итте. Комиссия дизайнды, иллюминацияны, ҡар һәм боҙ һындарҙы, шыршының биҙәлешен, әкиәт персонажы булыу-булмауын, таусыҡтарҙың сифатын баһалай. Иң мөһиме – халыҡ өсөн Яңы йыл кәйефе тыуҙырыуға өлгәшелгәнме? Конкурсҡа йомғаҡ ғинуар уртаһында яһала. Һәр номинацияла еңеүселәр 500 мең һумға дәғүә итә ала. Уны төҙөкләндереү өсөн тотонорға мөмкин буласаҡ.


Янғын


2018 йылдың тәүге аҙнаһында республикала 91 янғын сыҡҡан, уларҙа 5 кеше һәләк булған. Шул айҡанлы бер нисә кәңәш:
- Шыршыны ныҡлы итеп урынлаштырырға кәрәк. Ул үтеп йөрөүселәргә ҡамасаулыҡ итмәҫкә, тиҙ янып китеүсән әйберҙәргә тейеп тормаҫҡа тейеш;
- Белгестәр шыршыны ишек янына ултыртмаҫҡа тәҡдим итә. Сөнки уға ут тоҡанып киткән хәлдә үтеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡҡа әйләнеүе ихтимал;
- Билдәһеҙ етештереүселәр әҙерләгән гирляндаларҙы алмағыҙ. Уларҙы шыршыға элер алдынан тикшереп сығығыҙ. Йоҡларға ятҡанда гирляндаларҙы һүндерергә онотмағыҙ;
- Бенгаль уттарының осҡондары ла хәүефле – улар мамыҡты, кипкән шыршыны тиҙ генә яндырып ебәреүе ихтимал.
- Яңы йылды өйөгөҙҙән ситтә ҡаршы алаһығыҙ һәм йортоғоҙ йылы торһон өсөн радиатор ҡабыҙып ҡалдыраһығыҙ икән, уның торошон ныҡлап тикшерегеҙ. Ҡулдан эшләнгән йылытҡыстар ҡулланмағыҙ;
- Әгәр йортоғоҙға аңғармаҫтан урамдан петарда йәки фейерверк килеп инһә, уларҙы тотоп алырға һәм һүндерергә тырышмағыҙ, үҙе тулыһынса янып бөтһөн.


Сифатһыҙ пиротехника


Һуңғы 3 йылда республикала сифатһыҙ пиротехник изделиелар арҡаһында 2 янғын булған, бер бала зыян күргән. Кешеләр йыш ҡына үҙҙәренең вайымһыҙылығы арҡаһында бәләгә тарый. Пиротехниканы ҡулланыр алдынан яҡшылап инструкция менән танышырға кәрәк. Фейерверктарҙы ҡабыҙыуҙы балаларға ышанып тапшырырға ярамай! Пиротехниканы ышаныслы урында ғына һаҡлағыҙ!


“Иҫерек” ДТП-ларҙа йөҙәрләгән кеше һәләк була


Руль арттарындағы иҫеректәр арҡаһында республикала йыл һайын йөҙәрләгән кеше юл хәрәкәте ваҡиғалары ҡорбаны була. Руль артына эскән килеш ултырырға ярамағанлығын барлыҡ водителдәр ҙә белә. Ләкин ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдтар ваҡытында тиҫтәләп, хатта йөҙләп эскән килеш руль артына ултырғандарҙы – потенциаль кеше үлтереүселәрҙе туҡтата.
Уларҙы хатта бигүк бәләкәй булмаған штрафтар ҙа ҡурҡытмай – бөгөнгө көнгә уның күләме 30 мең һум. Йәнә йыл ярымға, ике йылға автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан да мәхрүм ителеү янай. Ярай әле, әллә нимәләр ҡуптармай, кешеләргә бәлә-ҡаза килтермәй, шуның менән генә ҡотолһалар.
Яңы йыл дуҫтар, яҡындар менән осраша, бүләктәр бирешә торған мәл. Бәлки, бер юлға такси менән генә файҙаланып торорғалыр... Осһоҙғараҡ та төшөр ине.


Таусыҡтар нимәһе менән хәүефле?


Ҡыш бабай бүләгенән ҡала Яңы йыл байрамдарында балалар өсөн боҙ ҡаласыҡтары иң ҙур шатлыҡтарҙың береһе. Унда иптәштәрең менән рәхәтләнеп шыуырға, уйындар уйнарға мөмкин. Был ҡыуаныстар хәсрәткә әйләнмәһен өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу ҙа етә.
Һауа торошона ҡарап кейенергә кәрәк. Әгәр урамда минус 20 градус, ә баланың кейеме йүгергеләп уйнау арҡаһында лысма һыу булған икән, туңыу өсөн юл асыҡ тигән һүҙ. Уның тәүге билдәһе – тире ағара һәм күгелйем төҫ ала. Ул урынды ҡар менән ышҡырға ярамай, йөндән бәйләнгән әйбер алығыҙ. Шунда уҡ өйгә йүгерергә кәрәк. Өйҙә инде баллап эҫе сәй эсеү файҙалы.
Балағыҙ шыуған тауҙың торошон ҡарап сығығыҙ. Боҙ тигеҙ, соҡор-саҡырһыҙ булырға тейеш. Аяҡта шыуыу бик хәүефле. Әгәр бала ҡолаһа, иң башта ҡулдарын, аяҡтарын ҡыбырлаттырып ҡарағыҙ.
Етди йәрәхәт булған һымаҡ тойолһа, үҙаллы хәрәкәт иттермәҫкә тырышығыҙ, медик саҡырығыҙ.

Ҡыҫҡаһы, Яңы йыл байрамдарының иҫтә ҡалырлыҡ һәм күңелле үтеүе күберәген һеҙҙең үҙегеҙгә бәйле.
Яңы йыл менән, дуҫтар!
Читайте нас: