Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбировтың “Башҡортостан Республикаһында Яңы 2019 йылды байрам итеү тураһында” бойороғона ярашлы, 14 йәшкә тиклемге 5 һәм унан да күберәк балалары булған ғаиләләрҙәге балаларға Яңы йыл бүләктәре бүлеү ҡаралған. Исемлекте формалаштырыу буйынса белешмәләр өсөн телефон: 8 (347-92)3-35-52, 8 (347-92)4-15-44.
Бүләктәрҙе алыуға хоҡуғы булып та, балаһының исем-шәрифтәре исемлегенә инмәгәндәр «Ғаилә» үҙәгенә мөрәжәғәт итһен (ата-әсәнең паспорты һәм баланың тыуыу тураһында таныҡлығы кәрәк).
«Ғаилә» үҙәге түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30-сы йорт, 12-се кабинет. Белешмәләр өсөн телефон: 3-66-74.
В. Лебедев,
Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалы директоры урынбаҫары.