Районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең бик күптәренең кендек инәһе булған абруйлы шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙына республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина “Милләт әсәһе” тигән миҙал тапшырҙы. Бар булмышы менән кешеләргә изгелек таратыу өсөн яратылған Хәҙисә апайыбыҙҙы был матур бүләккә эйә булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.