Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2018, 17:43

Иң яҡшы китапханасы билдәләнде

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы - 2018” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы - 2018” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.



Мәртәбәле конкурста Килдеғол ауыл китапханаһы китапханасыһы Нәзилә Исҡужинаның “Әкиәттәр уҡып, йәнһүрәттәр төшөрәбеҙ” проекты 1- се урын яуланы һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Әйткәндәй, был проект Башҡортостан китапханаларында уңышлы тормошҡа ашырылған “Уҡыу тураһындағы иң яҡшы 100 китапхана проекты” тип исемләнгән Атласҡа индереләсәк.

Нәзилә проектты бойомға ашырыуға тос өлөш индергәндәре өсөн ауылдаштарына - балаларға, мәктәп һәм балалар баҡсаһы етәкселегенә һәм проектты төҙөүҙә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған китапхана системаһы методистары Әлфиә Биргановаға, Айгөл Сафинаға оло рәхмәтен белдерә. Беҙ, коллегалары, Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

А. Сафина.

Читайте нас: