Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2018, 17:16

Тәғәйенләү

Ишниязов Айҙар Вилүр улы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Ишниязов Айҙар Вилүр улы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде
А. В. Ишниязов 1981 йылдың 2 ғинуарында Белорет районының Туҡан ауылында тыуған. Юғары белемле – БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 2003 йылда Бөрйән район үҙәк дауаханаһында ПЭВМ операторы булып башлай. 2003-2007 йылдарҙа Бөрйән район прокуратураһы тәтфтишсеһе, район прокуроры ярҙамсыһы.
2007-2011 йылдарҙа – Белорет район-ара тәфтиш бүлегенең өлкән тәфтишсеһе.
2012-2015 йылдарҙа – Бөрйән районы муниципаль район Советының советтар менән эшләү бүлеге начальнигы-юрист.
2015-2016 йылдарҙа – милек менән идара итеү комитеты рәйесе.
2016-2018 йылдарҙа – комитет начальнигы – милек менән идара итеү комитеты бүлеге начальнигы.
2018 йылдың 6 декабренән – Бөрйән районы хакимиәте башлығының ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.
Өйләнгән. Ғаиләһендә 3 бала тәрбиәләнә.

Читайте нас: