Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2018, 18:12

Әсәләрҙе данланылар

27 ноябрь көнө Өфөлә күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Сара Әсә көнөнә бағышланды. 44 әсә Радий Хәбиров ҡулынан юғары награда алып һөйөндө. Шулар араһында райондаштарыбыҙ Минзәлә Рәхмәтуллина менән Венера Мырҙағолова ла бар.

27 ноябрь көнө Өфөлә күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.

Сара Әсә көнөнә бағышланды. 44 әсә Радий Хәбиров ҡулынан юғары награда алып һөйөндө. Шулар араһында райондаштарыбыҙ Минзәлә Рәхмәтуллина менән Венера Мырҙағолова ла бар.

Ике тиҫтәнән ашыу дәүер эсендә республика наградаһы биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе 7 меңдән ашыу әсәгә бирелгән. Бөгөнгө көндә районда 800 самаһы күп балалы әсә йәшәй, ағымдағы йылда шуларҙың 14-е “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: