Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2018, 18:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Янғын һүндереү часыАҙна тыныс үткән, янғындар теркәлмәгән. Былтыр был ваҡыт арауығында 3 янғын булған....

Янғын һүндереү часы
Аҙна тыныс үткән, янғындар теркәлмәгән. Былтыр был ваҡыт арауығында 3 янғын булған.

Полиция
19 ноябрҙән 26 ноябргә тиклемге арауыҡта енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 30 мөрәжәғәт булған.

Үткән аҙнала:
сит машинаны ҡыуып алып китеү – 1 осраҡ, мутлашыу – 1, тән йәрәхәттәре һалыу – 5, сит мөлкәткә зыян килтереү – 2, үҙ-үҙенә ҡул һалыу – 1, алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу – 5, эскән килеш транспорт средствоһы менән идара итеү – 1, тейешле документтарһыҙ ағас ташыу – 2, ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү – 1 осраҡ булған, 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән һ.б. Аҙна дауамында 59 протокол, шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 44 протокол, төҙөлгән.

ЗАГС
Үткән аҙнала гражданлыҡ акттарын теркәү бүлегендә 6 яңы тыуған сабый теркәлгән. 1 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. 1 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, 2 ғаилә тарҡалған.

Читайте нас в