Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2018, 18:07

Боҙ майҙансығы асылды

23 ноябрь көнө “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексының боҙ майҙансығын рәсми асыу тантанаһы үтте.

23 ноябрь көнө “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексының боҙ майҙансығын рәсми асыу тантанаһы үтте.


Күңелле сарала ҡатнашыусыларҙы комплекс директоры Ә. Әбдрәхимов, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе И. Шәмиғолов сәләмләне. Улар 2018-2019 йылғы ҡышҡы спорт миҙгелен асыҡ тип иғлан итте, боҙ майҙансығында шат балалар тауышы тынмауын теләне, балаларҙы Интернет селтәрҙәренән бер аҙға айырылып, саф һауала спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы. Артабан балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хоккейсылары парады үтте. “Мәсем” клубы хеҙмәткәрҙәре балаларға күңелле уйындар ойошторҙо. Тамаша ҡылып тороусылар ҙа, боҙҙа шыуып кинәнгән балалар ҙа физкультура-сәләмәтләндереү комплексы хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән ҡоймаҡ һәм ҡайнар сәй менән һыйланды.
Байрам төҫөн алған сара хоккей командаларының уйыны менән дауам итте.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: