Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2018, 12:16

Алты балаһына алтын ҡанат

Ата - алтын һаҙаҡ, әсә - алтын ҡанат, ти халыҡ мәҡәле. Шөкөр, беҙҙә алтын һаҙаҡҡа торошло атайҙар, алтын ҡанатҡа бәрәбәр әсәйҙәр бихисап.

Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Ильяс менән Әминә Туҡбаевтар алты ғәзизенә таяныс, матур тәрбиә бирер остаз, эш мәнеһен өйрәтер һөнәрсе, айырылмаҫ тупҡа туплаусы баш, тоғроға юҫыҡландырыр кәңәшсе лә.

Матур итеп семәрләп эшләнгән тимер ҡапҡа, ал менән аҡ аралаштырып буялған рәшәткәләр, тәртиптең үҙе хөкөмдар ихата эсе, бесән тулы әүеҫлек, уңышы йыйып алынған түтәлдәр теҙмәһе теҙелгән баҡса, төкәтмәләп һалынған оло-ғара йорт ирҙең тернәксел хужа икәнен үҙе юҡта ла бәйән итһә, тышта, соланда урҙа тултырып йыуып эленгән кейемдәр, балалары ишле булыуға, ата-әсә өйҙә юҡлыҡҡа ҡарамай, тәртип-таҙалыҡта булған йорт эсе бында уңған һәм талапсан ханым батшабикә икәнлеген һүҙһеҙ ҙә аңғарта.

Күп балалы ғаиләләрҙәге балалар ҙа икенсе төрлө бит ул: инеп, һаулыҡ һорашҡас та, ҡаршыға бер бәләкәс ҡыҙ йүгереп сығып: “Үтеп ултырып тороғоҙ, әсәйем менән атайым әле өйҙә түгел. Атайым ронола эшләй, кешеләр инмәһен тип ҡарап ултыра, әсәйем әле эшләмәй, йомош менән китте”, - тине. Телевизорҙы ярты тауышҡа ғына ҡуйып йәнһүрәт ҡараусы Айназдың хәле аңлашылды – эргәләге диванда 2 йәшлек кенә Илсен йоҡлап ята икән. Берауыҡтан уянып, күҙ сите менән генә ят кешене – мине күҙәткән ҡустыһына Гөлсиә йылы свитер кейҙереп тә ҡуйҙы. Ул арала былай ҙа тәртиптәге өйҙө йыйыштырырға, арҡыры ятҡанды буй һалырға керешеп китте ҡыҙ уңғаны. Был өйҙә тәртип хужа икәнен төшөнөп ултыраһың.

Ниһайәт, эштәрен эш итеп, тағы өс балаһын эйәртеп Әминә ҡайтып инде. “Тимер ат”ты ла үҙе йүгәнләгән. Гел генә иргә арҡаланып ултырып булмай – техникаһыҙ был сама ерҙән үҙәккә төшөүҙе күҙ алдына килтереү ҡыйын.

Эштә тотҡарланған хужаны тап итмәһәк тә, ғаиләлә уның яҡшы баш, ҡатынын, балаларын ҡурсып-яратып торған хәстәрлекле атай икәнлеге аңлашыла.
- 14х7 ҙурлыҡтағы өйөбөҙҙө 2011 йылда һалып сыҡтыҡ. Өйгә газ, һыу ингән, - ти Әминә.

Бөгөн Туҡбаевтарҙың 4 балаһы мәктәптә уҡый. Әминәнең бер туған һеңлеһе Әлфинәне лә үҙҙәренә һыйындырғандар, шуға ғаиләләге ике бала (Әлфинә менән Илсиә) 5-се класта бергә уҡый. Гөлсиә – 3-тә, Айназ – 1-се класта. Айсинә менән Илсенгә әле баҡса юлын тапайһы ла тапайһы.

Мал-тыуар ҙа көтә Туҡбаевтар. «Бынау сама балаларҙы аҡһыҙ, итһеҙ көтөп булмай, картуф, йәшелсәне күпләп үҫтерәбеҙ», ти хужабикә. Пособие, дотация, льгота-фәләне 9 мең һум тирәһе, шуға атайға ла, әсәйгә лә эшһеҙ ултырыу мөмкин түгел. Декрет ялына ла ике ерҙә эшләп сыҡҡан уңған ҡатын – ишкә ҡуш булһын тип тырышып тороуы.

- Балаларҙы май айында, уҡыу бөтөү менән, яйлап киләһе уҡыу йылына - мәктәпкә әҙерләй башлайбыҙ. Шунһыҙ булмай – аҙаҡ ауырға төшә. Ашнаҡсы-кондитер булғас, тәм-томдо төрлөләп күберәк өйҙә үҙем бешереп-төшөрәм. Илсиә ҡыҙым да бик тәмле итеп бешерә. Балалар үҙҙәренә тәғәйен эште эшләй, уларҙы үҙебеҙҙең арттан эйәртеп, өйрәтеп үҫтерәбеҙ. Өлкәндәре бәләкәйҙәрен ҡараша, уларға күҙ-ҡолаҡ була, - ти Әминә.

Эйе, балалы йорт баҙар инде ул: эше лә, кешеһе лә, бәхет-бөтөнлөгө лә бергә ҡайнай. Бында һәр кемдең үҙ бурысы, үҙ урыны. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр тулы аңлашыуға, мөхәббәткә ҡоролған.

Балалары өсөн өҙөлөп тора Әминә. Мәктәптәге, баҡсалағы сараларҙа булһынмы – һәр ерҙә үҙе лә ҡатнаша, балаларын да ҡатнаштыра. Ҡошсоҡтарының ҡанатын нығытыуға һәр яҡлап булышлыҡ итә: әйҙәй, көйләй, рухландыра, маҡсатлы итә. Инәһе көслөнөң иләүе көслө, тип бушҡа әйтмәгән шул халыҡ.

Эйе, Туҡбаевтарҙың йортонан шатлыҡ үҫеп, күңел булып сыҡтыҡ: бар ул, бар милләтебеҙ тотҡаһы булырлыҡ Ильяс ише хәстәрлекле, ғаиләһе өсөн янып йәшәгән бынамын тигән атайҙар һәм ир тапҡанды тырышлығы, һаҡсыллығы менән арттырып, ырыҫлыҡҡа тырышлыҡ менән ирешкән бала йәнле Әминә һылыу кеүек әсәйҙәр.

А. Ғарифуллина.

Читайте нас: