Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2018, 17:58

Почта хеҙмәтендә - 21 йыл

Мөләйемлеге, ихласлығы менән клиенттарының ихтирамын яулаған почтальон Гөлгөнә Мөфтәхетдинова Иҫке Собханғол почта бүлексәһенең 6-сы участкаһын - М. Ғафури, Ҡыҙылташ, Совхоз, Ерекле, Шишмә, Ҡайынтүш, М. Сәғитов урамдарын, М. Ҡәҙерғолов, Тыныслыҡ тыҡрыҡтарын хеҙмәтләндерә. Участкала йәмғеһе 304 өй.

Мөләйемлеге, ихласлығы менән клиенттарының ихтирамын яулаған почтальон Гөлгөнә Мөфтәхетдинова Иҫке Собханғол почта бүлексәһенең 6-сы участкаһын - М. Ғафури, Ҡыҙылташ, Совхоз, Ерекле, Шишмә, Ҡайынтүш, М. Сәғитов урамдарын, М. Ҡәҙерғолов, Тыныслыҡ тыҡрыҡтарын хеҙмәтләндерә. Участкала йәмғеһе 304 өй.



- Һәр өйгә тиерлек ниндәйҙер хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Кемгәлер - гәзит, кемгәлер - ваҡ посылкалар, кемгәлер хаттар ташыйбыҙ. Орлоҡтар, канцелярия тауарҙары кеүек ваҡ-төйәк тауарҙар ҙа һатып йөрөйбөҙ. Гәзит-журналдарға яҙылыусылар участкала байтаҡ. “Таң”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрен, “1000 советов”, “ЗОЖ” журналдарын алдырыусылар күп, “Башҡортостан-Йома”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Йәншишмә”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Аргументы и факты”, “Истоки”, “Непоседа”, “Йөрәк сере”, “Адашкан бәхет”, “Моя жизнь” баҫмаларына яҙылыусылар ҙа бар. Айырыуса Ғәлиә Хисаметдинова менән Хәмиҙә Байморатова гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра, - ти почтальон.

Гөлгөнә Сәлих ҡыҙы почта хеҙмәтендә 21 йыл эшләй. Участкаһындағы һәр кешене - яҡындан, кемдең ниндәй баҫмаларға нисә айға яҙылғанына тиклем яттан белгән хеҙмәткәр хаҡында коллегалары ла яҡшы фекерҙә.

- Бик итәғәтле, ипле, яуаплы хеҙмәткәр. Айырыуса подписка осоронда ҙур яуаплылыҡ күрһәтә - өйҙәргә генә түгел, ойошмаларға ла йөрөп яҙҙырып сыға һәм һәр ваҡыт планын теүәл үтәй. Әле, мәҫәлән, 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына план буйынса 195 баҫма ҡаралһа, Гөлгөнә Сәлих ҡыҙы 160-ына яҙҙыртып та ҡуйған. Ваҡ посылкаларҙы ла ваҡытында илтеп бирә, - ти Иҫке Собханғол почта бүлексәһе начальнигы Нәркәс Баймырҙина, почтальондың эшенә баһа биреп.

М. Мырҙағолова.

Читайте нас: