Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2018, 18:41

«Урал»да тормош гөрләй

Район халҡын спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнаған “Урал” физкультура–сәләмәтләндереү комплексын спорт һөйөүселәрҙең мәккәһе тип әйтергә була. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн бында төрлө мөмкинлектәр бар.

Район халҡын спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнаған “Урал” физкультура–сәләмәтләндереү комплексын спорт һөйөүселәрҙең мәккәһе тип әйтергә була. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн бында төрлө мөмкинлектәр бар. ФОК-та спорт мәктәбе уҡыусылары ғына түгел, теләге булған һәр кеше шөғөлләнә: йәштәр күпселек волейбол, баскетбол уйнарға, милли көрәш, кикбоксинг алымдарын өйрәнергә, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр бассейн, тренажер залына тән яҙлыҡтырып алыр өсөн килә. Ә инде ял көндәре спорт комплексына тотош ғаилә менән килеү күптәр өсөн матур йолаға әүерелгән. Халыҡ өсөн бөгөн 27 спорт төрө һәм шул иҫәптән төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Бынан тыш, ФОК бинаһында урынлашҡан “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы, Балалар ижады үҙәге, спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә спорт донъяһынан ситтә ҡалмай.

Әйткәндәй, ағымдағы йылдың декабрь айында “Урал” ФОК-ының асылыуына һәм халыҡҡа өҙлөкһөҙ хеҙмәттәр күрһәтеүенә 5 йыл тула. Ойошма өсөн был әҙме-күпме - әйтеүе ҡыйын, әммә ошо арауыҡ эсендә комплекстың үҙ традициялары, йөҙө барлыҡҡа килгән. Унда эшен яратып башҡарған берҙәм коллектив тупланыуы ла шуға дәлил. Ә. Әбдрәхимов етәкселегендәге 24 хеҙмәткәрҙең 4-һе инструкторҙар. Күп тапҡырҙар донья, Рәсәй чемпионы булған Сәмәрә Хәлитова, Фәүзиә Көнәфина йөҙөү буйынса, Ришат Юлбирҙин, Вил Күсеев спорт һәм тренажер залдарында шөғөлләнеүселәрҙең тренер-инструкторҙары. Әлеге көндә айырыуса бассейн, душ, сауна, тренажер залы хеҙмәттәрен күрһәтеү, шашка-шахмат, футбол, волейбол, мини футбол, өҫтәл теннисы, бильярд уйындары халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән ҡуллана. Был исемлеккә быйылғы йылдан милли яндан уҡ атыу һәм кикбоксинг төрө лә өҫтәлгән.

- Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спортҡа мөмкин тиклем күберәк кеше йәлеп итеү, улар өсөн шарттар булдырыу беҙҙең төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе, - ти комплекс директоры Ә. Әбдрәхимов. – Мөмкинлектәребеҙ етерлек. Ағымдағы йылда традицион яндан уҡ атыу, кикбоксинг, йөҙөү буйынса түләүле түңәрәктәр асылды. Тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түләүле фитнес түңәрәген ойоштороуҙы ниәт иткәнбеҙ. Ғөмүмән, беҙҙә тормош ҡайнай.

Шуныһы ҡыуаныслы, беҙгә район үҙәгенән генә түгел, ауылдарҙан да киләләр. Һуңғы ике йылда шөғөлләнеүселәр һанының артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2017 йылда 32 меңдән артыҡ кеше килгән, шул иҫәптән 17 178 кешегә түләүле хеҙмәттәр күрһәтелгән, ҡалғандар иҫәбенә уҡыусылар (унда “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы, спорт мәктәбе һәм балалар ижад үҙәге тәрбиәләнеүселәре), төрлө ярыштарҙа ҡатнашыусы йәштәр һәм ололар инә. Ә инде ағымдағы йылдың 10 айына ҡарата 13 212 кешегә түләүле хеҙмәттәр күрһәтелгән. 2017 йылда 1 млн. 422 мең һум аҡса эшләһәк, ағымдағы йылдың 10 айында ул 1 млн. 2760 һум булған. Әлбиттә, тәү ҡарауға был сумма ҙур кеүек, әммә 3 ҡатлы бинаны тотоуға сарыф ителгән сығымдарҙың яртыһын ҡаплауға ла етмәүен иҫәпкә алғанда, был килем диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә. Мәҫәлән, ФОК бинаһын тейешле кимәлдә тотоу өсөн 2017 йылда 8 млн. 700 мең һум талап ителде. Күреүегеҙсә, әгәр ҙә район бюджетынан йылына 7 млн. һумдан ашыу аҡса бүленеп тормаһа, беҙ үҙебеҙҙең килемдәр менән генә бындай сығымдарҙы ҡаплай алмаҫ инек.

Алда беҙҙе тынғыһыҙ, спорт ярыштарының иң әүҙемләшкән, шул уҡ ваҡытта күңелле осоро көтә. Ноябрь-февраль айҙары - халыҡтың спорт комплексына күпләп килгән мәле.

Әйткәндәй, беҙҙең комплекс төрлө социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә, пенсионерҙарҙың 15-әр кешенән торған 6 төркөмө бер ай буйына бушлай бассейнға йөрөнө. Бынан тыш, һуғыш ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә һәм пенсионерҙарға ла ташламалар ҡаралған. Спорт комплексы күрһәткән хеҙмәттәрҙең хаҡы бер-нисә йыл үҙгәрешһеҙ килә. Даими ҡулланыусылар өсөн айлыҡ абонементтар алыу күпкә осһоҙға төшә. Мәҫәлән, ололар өсөн бөтә төр хеҙмәттәрҙе һәм спорт уйындарын үҙ эсенә алған “Бөтәһе лә ингән” абонементы 1050 һум торһа, балалар өсөн - 850 һум.

Һуңғы йылдарҙа районда спортҡа иғтибар артҡандан-арта. “Урал” ФОК-ында төрлө спорт саралары, ойошма-учреждениелар коллективтары араһында спартакиадалар даими үткәрелеп тора. Халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙа бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Иң мөһиме – унда ололар, йәштәр менән бер рәттән балалар ҙа ҡатнаша һәм сәләмәт тормош алып барыуҙың әһәмиәтен аңлап үҫә.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: