Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2018, 15:49

Мәргәндәрҙе йыйҙы Алдар батыр

“Ағиҙел” лагеры биләмәһендә башҡорт халҡының легендар шәхестәренең береһе, бөрйән ырыуы батыры, тархан Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә традицион яндан уҡ атыу буйынса республика туриниры үтте. Бәйгелә Бөрйән, Сибай, Белорет, Учалы, Өфө, Ишембай ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 46 уҡсы ҡатнашты.

“Ағиҙел” лагеры биләмәһендә башҡорт халҡының легендар шәхестәренең береһе, бөрйән ырыуы батыры, тархан Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә традицион яндан уҡ атыу буйынса республика туриниры үтте. Бәйгелә Бөрйән, Сибай, Белорет, Учалы, Өфө, Ишембай ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 46 уҡсы ҡатнашты. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Күҙәмбәт яланы бер мәлгә башҡорт халҡының үткәне менән бөгөнгөһөн бәйләп тороусы бер порталға әүерелде. Сөнки боронғо милли кейемдәрҙә, ян, уҡ–һаҙаҡтар аҫҡан бәйгеселәр, милләттәштәр, рухташтар сәпкә уҡ атып ҡына ҡалманы, фекер алышты, киләсәккә хыял-маҡсаттары менән дә бүлеште. Тәбиғәт тә, фатихаһын биргәндәй, салт аяҙ көн бүләк итте.

Дауамын гәзиттең 23 октябрь 85-се һанында уҡығыҙ

Читайте нас: