+16 °С
Ясна
Байғаҙы ауылы уҙаманы Әсҡәт Әхтәм улы менән Баймаҡ районының Йәньегет ауылынан 30 йыл әүәл Бөрйән төпкөлөнә килен булып төшкән Зилә Рәшит ҡыҙы Мәхмүтовтар ошо әйтемгә бик тә тап килтереп йәшәй. Ҡорған донъялары матур, балаларын уҡытып, кеше итергә тырышып торалар, улары ла изгелеккә изгелек менән яуап биреп, тыуған ояларын онотмай, тыуған яҡҡа һуҡмаҡ һыуытмай.