Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2018, 17:31

Грантҡа лайыҡ булдылар

Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә Өфөлә иң яҡшы педагогтарға гранттар тапшырылды. Беҙҙең райондан аҡсалата премия яулаусы Иҫке Монасип мәктәбенең 1-се категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Истәкова һәм Иҫке Собханғол мәктәбенең биология уҡытыусыһы Фидәлиә Толомғужинаны ихлас ҡотлайбыҙ!

Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә Өфөлә иң яҡшы педагогтарға гранттар тапшырылды. Беҙҙең райондан Иҫке Монасип мәктәбенең 1-се категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы – 2018” район бәйгеһендә 1-се урын яулаусы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018” төбәк-ара бәйгеһенең “Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау Һәм үҫтереү” номинацияһына эйә булыусы филология фәндәре кандидаты Рәғиҙә Истәкова «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республика конкурсында еңеп сығып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды.

Шулай уҡ БР Хөкүмәтенең 2014 йылдың 26 сентябрендәге «Башҡортостан Республикаһында йәш уҡытыусыларға гранттар тапшырыу тураһындағы” ҡарары менән республиканың 25 йәш педагогына 40 мең һумлыҡ грант тапшырылды. Улар араһында Иҫке Собханғол мәктәбенең биология уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы – 2017” район конкурсында 2-се урын яулаусы, 2018 йылда “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһендә “Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү” номинацияһында еңеүсе булған Фидәлиә Толомғужина ла бар.

Талантлы, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары араһында хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ уҡытыусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: