+11 °С
Болотло
Башҡортостанда 2018 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары билдәле булды. Премия Энгель Зәйнетдиновҡа, Миләүшә Ҡаһармановаға (Хәбилова), Венера Ситдиҡоваға тапшырыла.
Иң ҡыуандырғаны – ике гүзәл зат та – Бөрйәндекеләр:
Яңы Усман ауылы ҡыҙы Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы (һүрәттә уңда) — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе; Ҡотан ауылы ҡыҙы Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы (һулда) — «Башҡортостан» ТРК ДУП-ының «Юлдаш» радиоһы комментаторы.
Миләүшә менән Венераны был оло ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ижадтарының емешле, эштәренең уң булыуын теләйбеҙ! Афарин, Бөрйән ҡыҙҙары!