Туризм районда даими үҫеш юлында.
“Каповотур”, “Аҡбуҙат”, “Олоғужан”, “Башҡорт иле” кеүек турбазалар йылдан-йыл киң билдәлелек яулай бара, унда ял итеүселәр һаны ла артыу өҫтөндә.
- Быйылғы миҙгелде 1 майҙан астыҡ. Күберәк Ағиҙел йылғаһы буйлап катамаран-кәмәлә ағыу ойоштороу йүнәлешендә эш алып барам. Экстрим яратыусылар яҙғы ташҡын мәлен һайлай. Быйыл маршрутыбыҙ Ҡағының Бельский туҡталҡаһынан Иҫке Монасипҡа тиклем булды. Май-июнь баштарында бер көнлөк сплавтар булһа, йәй айҙарында 2-7 көнлөк турҙар ойошторола. Һәр ваҡыт ял итеүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алабыҙ, уларға төрлө маршруттар тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, Иҫке Монасиптан аҡҡан ваҡытта йылға буйындағы тауҙарҙа урынлашҡан Ҡалҡаман, Кәмәше, Бурһыҡ мәмерйәләренә, Тимер ауылы эргәһендәге элекке таш сығарған шахталарға, Таҙа шарлауыҡҡа, Инсебикә тауына экскурсиялар ойошторабыҙ. Уңайлыҡтар менән ял итергә яратыусыларҙы Батыр Бәҙәмшиндың туҡталҡаһында ял иттерәбеҙ, ундағы туристик мунсаны, беседканы ҡуртымға алабыҙ. Һәр хәлдә туристарҙың талаптарына яраҡлашырға, зауыҡтарын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Бер килеп ял итеп ҡайтҡандар икенсе йылына дуҫтарын, туғандарын алып килә. Туристар күбеһенсә Магнитогорск, Өфө, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарыныҡылар. Үҙебеҙҙең район халҡы ла әүҙем ялды үҙ итә, айырыуса ситтән килгән ҡунаҡтары менән бергә йылға буйлап ағып төшөүҙе хуп күрәләр. Шуға күрә 6-шар урынлыҡ катамаран, палаткаларҙы ҡуртымға биреп торам. Әлбиттә, киләсәктә был йүнәлештә үҫергә, һөҙөмтәлерәк эшләргә ине. Интернет киңлегендә үҙ сайтыбыҙҙы булдырып, үҙебеҙ хаҡында күберәк мәғлүмәт биреп, туристарҙа ҡыҙыҡһыныу уятырға, күберәк йәлеп итергә кәрәк тигән уйҙамын. Былтырғы йылдар менән сағыштырғанда, йылғанан ағыусы туристар һаны һиҙелеп кәмене. Хәҙер ял итеүселәрҙең күбеһе автотуризмды һайлай. Шулай ҙа әүҙем ялға бер ни етмәй, минеңсә, - ти Илгиз Муллағолов.
Ғаилә бизнесына әйләнгән шөғөлдә Илгизгә ҡатыны Айгөл терәк-таяныс. Ял итеүселәргә аҙыҡ-түлек әҙерләй, ире өлгөрмәгән саҡта инструктор, машина менән барып алыусы йәки алып барып ҡуйыусы водитель ролдәрен да ихлас башҡара ул.
Ә инде оҙайлы ҡыш айҙары етеү менән Илгиз Муллағолов яратҡан шөғөлө менән мәшғүл - ағастан төрлө һындар, өҫтәл-ултырғыстар, айырыуса талдан үреп әйберҙәр эшләү менән мауыға.
Ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм ылыҡтырғыс туризм өлкәһендә үҙ юлын булдырған эшҡыуарға кәсебенең уң булыуын, маҡсат-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйһе генә ҡала.
А. АҠЫЕВА.