Башҡортостан министрҙар советы Башҡортостандың 50 йыллығына бөтә район үҙәктәрендә йәшел парк асыу тураһында ҡарар сығарҙы. Уны үтәү маҡсатында беҙҙә лә КПСС-тың район комитеты район советы менән берлектә ҡарар ҡабул итеп, был эш ҡайһы бер ойошмаларға: урман хужалығына, комхозға, мәғариф бүлегенә, урта мәктәптәргә, ауыл советтарына йөкмәтелде. Урман хужалығы үҫентеләр менән тәьмин итте (мастер Иҙрис Ишбаев булды), ағас ултыртыуҙа йәштәр ойошмалары, мәктәп уҡыусылары, оло йәштәгеләр әүҙем ҡатнашты. Комхоз, кәрәкле материалдар табып, ағас ултыртылған ерҙе матур итеп кәртәләп ҡуйҙы. Хәҙер шул ҡарағайҙар ауылға йәм өҫтәп ултыра.
Ул замандағы ҡарттар хәҙер юҡ инде, йәштәрҙең күптәре үҙҙәре олатай. Бабай-олатайҙар ҡомартҡы итеп ҡалдырған ул йәшел паркка күпме хеҙмәт түгелгән! Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға иғтибар етеңкерәмәй...
Ауылдаштар, тиҙҙән республикабыҙ 100 йыллығын билдәләйәсәк. Ҡаршытауҙың үрге осонан башлап ултырған ҡарағай ағастарын дауам итеп, 100 йыллыҡҡа ла ағастар ултыртылһа, һәйбәт булыр ине.
Киләсәк быуын йәштәре, ата-бабалар аманатына хөрмәт менән ҡарағыҙ. Бысратмағыҙ, таҙа тотоғоҙ, паркыбыҙҙы изге урын итеп һаҡлағыҙ.
Абдулла Ваһапов,
Бөйөк ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны.