Рәсәйҙә 1 октябрҙә армияға көҙгө саҡырылыш башланды. Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса, ашығыс хеҙмәткә 132,5 мең граждан йыйыла. Йыл һайын көҙгө саҡырылышта хеҙмәт урындарына Башҡортостандан биш меңгә яҡын егет юллана.