Рәсәй Хөкүмәте 2019 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 11 280 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итте.
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме — физик берәмектәрҙең килеменән һалымды тотоп ҡалғанға тиклем минималь эш хаҡы, социаль түләүҙәр шуның буйынса билдәләнә.
Ошо йылдың 1 майынан эшкә һәләтле кешенең йәшәү минимумы хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменә тиңләштерелде. Бөгөн ул 11 163 һум тәшкил итә. Урал коэффициентын иҫәпкә алып, Башҡортостанда минималь эш хаҡы 12 837,45 һумға тин.